Иглин районы судында 22 йәшлек ауырлы ҡатындың вафат булыуы тураһында эш ҡарала. Енәйәттә 30 йәшлек акушер-гинеколог ғәйепләнә.
Хәл ике йыл элек була. Эсе ауыртыу сәбәпле, “Ашығыс ярҙам” менән Иглин районы дауаханаһына ауырлы ҡатынды килтерәләр. Табип уның хәлен дөрөҫ баһаламай һәм тейешле кимәлдә ҡарамай. Шулай уҡ диагнозды ла дөрөҫ ҡуймай. Шуға күрә 20 аҙналыҡ ауырлы ҡатынға медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелмәй.
Ауырлы ҡатындың хәле насарая. Уны тиҙ арала Республика клиник дауаханаһына оҙаталар һәм операция яһайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярҙам бик һуң күрһәтелә – ҡатын да, уның балаһы ла үлә.
– Суд-медицина экспертизаһы комиссияһы тикшереү үткәргәндән һуң, ваҡытлы диагностика һәм дауа күрһәткәндә, ҡатынды үлемдән ҡотҡарып була ине тигән ҡарар сығара, – тинеләр прокуратурала.
Табип ҡатын үҙенең ғәйебен танымаған. Һуңғараҡ ул эшенән китә. Вафат булған 22 йәшлек ҡатындың ике бәләкәй балаһы ҡала. Әлеге мәлдә енәйәт эше Иглин район-ара судына ебәрелгән.