Баҡһаң, был сигарет акциз маркаһыҙ һатыла икән, йәғни ул – контрафакт продукция! Шунда уҡ кибеткә полиция саҡыртыла һәм 1,5 мең дана контрафакт продукцияһы тартып алына. “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, тикшереү барышында башҡа етешһеҙлектәр ҙә асыҡланған. Мәҫәлән, пиротехника әйберҙәрен һатыуға рөхсәт иткән тейешле документтары юҡ икән.