Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 19:29

Һанаулы көндәр ҡалды

Төплө әҙерлек, юғары маҡсаттар һәм ҙур өмөттәр менән көткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланаһы көн яҡынлашҡандан яҡынлаша бара. Финал һыҙығына сығыу алдынан баш ҡалала ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы үткәрелде һәм сараға әҙерлек барышы тикшерелде.

Ултырышта төрлө ведомство етәкселәре, чиновниктар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, журналистар ҡатнашты, төрлө фекерҙәр, теләк-тәҡдимдәр яңғыраны.

Ҡоролтайҙың әһәмиәтен билдәләйәсәк ваҡиғаларға ла туҡтап үттеләр. Атап әйткәндә, баш ҡалалағы Телеүҙәк алдында мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың һәйкәлен асыу, йыйындың данлыҡлы Торатау буйында үтәсәк өлөшөнә әҙерлек кеүек саралар ҙа телгә алынды. Шулай уҡ, донъяның төрлө төбәктәренән киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршылау һәм оҙатыу, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, рухи-мәҙәни саралар барышы, төп проблемаларҙы хәл итеү кеүек пункттар ҙа тикшерелде.

Фото ye02.ru