Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 13:24

Бер кем дә онотолмаған…

Бынан 78 йыл элек мәктәп уҡыусылары бөгөнгөләй сығарылыш кисәләрен уҙғара, ҙур маҡсаттар ҡуйып, оло тормош юлына әҙерләнә. Тик был хыялдарға тормошҡа ашырға яҙмай… 1941 йылдың 22 июнендә Советтар Союзының тыныс күген ҡәһәрле һуғыш һөрөмө ҡаплай. Шуға ла был көн Рәсәй тарихында мәңгегә иң фажиғәле мәлдәрҙең береһе булып яҙылды. Дүрт йылға һуҙылған ҡан ҡойошта илебеҙ яҡынса 27 миллион кешеһен юғалтты, уларҙың 300 меңдән ашыуы – Башҡортостандан киткән яугирҙәр.

Хәтер һәм иҫкә алыу көнө айҡанлы, республикала төрлө саралар уҙа. Бөгөн Хәрби Дан музейында темаға ярашлы өс күргәҙмә асыла. Сәғәт 12-лә Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында уҡыусылар һәм 41-се мәктәп балалары өсөн батырлыҡ дәресе уҙғарыла, китапханала экскурсия ойошторола. Иртәгә Башҡортостандың Милли музейында хәрби тотҡондарға, немец концлагерҙарында һәләк булғандарға бағышланған “Онотолған исемдәр” күргәҙмәһе эшләйәсәк, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала һәм район-ҡалаларҙағы мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында төрлө саралар уҙа.

Читайте нас: