Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл хажға йыйынған мосолмандарға махсус сертификат бирелә. Был сәфәргә барыуға хоҡуҡ алыу тигән һүҙ.
Республикабыҙға килгәндә, быйыл хажға 196 мосолман юлланасаҡ. Был хаҡта сәфәрҙе ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков белдерҙе.
Хажға 49-ар кешенән торған дүрт төркөм юллана. “Болғар-тур” рәсми хаж операторы путевкаһының уртаса хаҡы – 180 мең һум. Төркөмдәр 20, 22, 23 һәм 25 августа әйләнеп ҡайтырға тейеш.
Сәғүд Ғәрәбстанынан быйыл Рәсәй халҡына хаж ҡылыу өсөн 20 500 квота бүленгән. Ғибәҙәт ҡылырға теләгәндәрҙең артыуына бәйле, өҫтәмә рәүештә биш мең кешегә урын һорағандар.