Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуевты белмәгән, танымаған кеше юҡтыр. Ошо көндәрҙә ул 2010 йылда спорттан китеүенең сәбәбен мейеһендә яман шеш булыуы менән аңлатты.
Депутатҡа ике тапҡыр операция яһағандар. Уға әле һаман яман сир менән көрәшергә тура килә. Германияла операцияны тулыһынса эшләмәгәндәр. Үҙебеҙҙең профессор ҙа спортсының шешен тотошлай алып ташлай алмаған.
Шулай ҙа билдәле шәхестең бошоноп ултырырға ваҡыты юҡ . Ул төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.