Республикабыҙҙа бөгөндән “Алға” берҙәм транспорт картаһы һатыуға сыҡты. Улар 1 июлдән “Башавтотранс”тың һәм шәхси компанияларҙың автобустарында, шулай уҡ трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа ҡабул ителә башлай.
Аҙна һайын үткәрелгән “Транспорт сәғәте”ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 1 июлгә – ике мең, 1 авгусҡа – 3,5 мең, 1 сентябргә 5,5 мең автобус ошо картаны хеҙмәтләндереү терминалдары менән тәьмин ителәсәк. Ә республиканың дөйөм паркында – 7,1 мең пассажир транспорт сараһы.
Комитет 200 мең “Алға” картаһына заказ биргән. Улар илле һумға автобустарҙың үҙҙәрендә, шулай уҡ “Өфө-Матбуғат” киосктарында, Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә, ҙур туҡталыштарҙағы хеҙмәтләндереү пункттарында, “Байрам”, “Альдо”, “Батыр” магазиндарында һатыласаҡ. Карталарҙы “Сбербанк-онлайн” ҡушымтаһы, “Уралсиб” интернет-банкы аша һәм хеҙмәтләндереү пункттарында тулыландырырға мөмкин.
1 сентябрҙән картаның мобиль ҡушымтаһы эшләй башлаясаҡ.
“Алға” буйынса йөрөү аҡса түләгәнгә ҡарағанда арзаныраҡҡа төшәсәк.