Ҡырмыҫҡалы районында бер ир бысаҡ тотоп ауылдаштарына ташланған. Һөҙөмтәлә – өс ҡорбан, ике кеше йәрәхәтләнгән.
Райондың төпкөл ауылында була хәл. Полиция хеҙмәткәрҙәренә “бер ир бысаҡ, көрәк тотоп, ҡанлы кейемдә урам буйлап йөрөй” тигән хәбәр килә. Урынға шунда уҡ хеҙмәткәрҙәр юллана. Улар килеп етеүгә, ирҙең 1964 йылғы апаһының, ике күршеһе – 1940 һәм 1943 йылғы ирле-ҡатынлыларҙың үле кәүҙәләре табыла. Апаһын ул өйөндә сәнсә, күршеләрен – баҡсала. Шулай уҡ тән йәрәхәттәре алып, ике ауыл кешеһе табиптарға мөрәжәғәт итә.
– Полиция хеҙмәткәрҙәре уға бысағын ташларға ҡуша. Тик ул тыңламай һәм, ҡоралы менән янай-янай, уларға ташлана. Шул саҡта инспектор тәүҙә һауаға ата, ир туҡтамағас, ике тапҡыр аяғына ата, – тип һөйләнеләр республика Эске эштәр министрлығында.
Бысаҡ менән ташланған ир медицина ярҙамы күрһәткән мәлдә йән бирә. Әйткәндәй, ул психиатрҙа иҫәптә торған. Әлеге мәлдә хәлде асыҡлау бара.