Шундай һөнәр эйәләре була, уларға хатта тәбиғәт ҡосағында ла иркенләп ял итеү тәтемәй.
Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Тимур Зиннәтуллин да Абҙан ауылы эргәһенән аҡҡан Инйәр йылғаһы буйына тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда кемделер ҡотҡарырға тура килер тип уйламағандыр.
Егет йылғала батып барыусыны күргән. Ул илле метр тирәһе йөҙөп барып, һыу аҫтына киткән ирҙе үлемдән алып ҡалған. Аҙаҡ был ирҙең бөтөнләй йөҙә белмәгәнлеге асыҡланған. “Ә ниңә улайһа йылғаға төштөң һуң?” тигән һорауға ул: “Унда һай ғыналыр тип уйлағайным”, – тип яуап ҡайтарған.