Һәр хужабикә йортонда бүлмә гөлдәре үҫтерергә ярата. Улар тирә-яҡты биҙәп, хуш еҫ таратып ултыра.
Әммә бөтә гөлдәр ҙә хәүефһеҙ түгел. Уларҙың ҡайһы берҙәре йорт хайуандарын йә бала-сағаны, хатта өлкәндәрҙә лә ағыуларға мөмкин.
Мәҫәлән, ярангөл. Ул һауаны таҙартыу һәләтенә эйә, баш ауыртыуынан, нервы көсөргәнешенән, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, әммә эфир майҙарына бай булыуы сәбәпле, аллергия сире тыуҙырыуы ихтимал. Балалар, ауырлы ҡатындар унан алыҫ торорға тейеш, ә ғаиләлә ҡурылдай астмаһы менән ауырыған кеше булһа, ярангөлдө бөтөнләй үҫтерергә ярамай. Бер туҡтауһыҙ йүткерһәң, күҙ йәшләнһә, тәнгә сабыртма сыҡһа, ошо хаҡта уйланырға кәрәк. Бесәй ҙә, уның япрағын йә сәскәһен ашап, ағыуланырға мөмкин.
Бәләкәй балалар булған өйҙә үрмәле гөл, һөтлөгән, олеандр, азалия, диффенбахия, цикламен, примула (кәкүк емеше, кәзә һаҡалы) тотоуҙан да тыйылығыҙ. Ә бына хлорофитум, сансевиерия (ҡәйнә теле), лимон ағасы, каланхоэ, бегония (әҙрәс гөл), зигокактус (декабрист), гибискус, традесканция, спатифиллум (ҡатын-ҡыҙ бәхете) кеүек гөлдәрҙең бер зыяны ла юҡ.