Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2019, 15:58

Кисә булды һуғыш...

"Кисә булды һуғыш" акцияһына ярашлы, Нефтекама ҡалаһында эске эштәр органдарының хеҙмәт бурыстарын үтәгән саҡта һәләк булған хеҙмәткәрҙәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыныс тормошта тәртип һағында торған ветерандары иҫтәлегенә стела асылды.

Фото Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы сайтынан.

Сарала Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-майоры Евгений Полтавец, элекке эске эштәр министры, отставкалағы милиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваев, Нефтекама эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Радик Насиров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы милиция полковнигы Фәрит Бикбулатов, Нефтекама ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Рәсәй Социаль фәндәр академияһы ағзаһы, профессор Рөстәм Әхмәҙинуров, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Федерацияһы Геройы Дмитрий Перминов һәм башҡа абруйлы шәхестәр, һәләк булған милиционерҙарҙың туғандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар тыныс тормош өсөн баш һалған хеҙмәткәрҙәрҙе иҫкә алды, стеланың йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә әһәмиәтен билдәләне.
Читайте нас: