Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2019, 14:44

Мәғариф учреждениеларында законһыҙ йыйымдар туҡтатылған

Сибай прокуратураһы ҡаланың музыка, балалар сәнғәте мәктәптәрендә законһыҙ йыйымдар алып барылыуы хаҡындағы ялыуҙы тикшергән.

Фото: voprosotvet.mirtesen.ru
Фото: voprosotvet.mirtesen.ru
Сибай прокуратураһы ҡаланың музыка, балалар сәнғәте мәктәптәрендә законһыҙ йыйымдар алып барылыуы хаҡындағы ялыуҙы тикшергән.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, белем биреү хеҙмәттәре буш, һәр кем алырлыҡ булырға тейеш. Уҡыу йортона иғәнә индереү ирекле рәүештә һәм граждандың теләгенән сығып атҡарыла.


Прокуратура органдарынан белдереүҙәренсә, был мәктәптәрҙә, мәрхәмәтлеккә һылтанып, уҡыу өсөн аҡса йыйғандар. Мәҫәлән, ата-әсәләр йыйылышында ярты йылға ике мең һум түләү кәрәклеге хәбәр ителә. Айырым осраҡтарҙа учреждение башланғысы менән сәхнә кейемдәренә, уны биҙәү өсөн иғәнә йыйылған. Шул уҡ ваҡытта аҡсаны мәғариф учреждениеһының иҫәбенә түгел, ә ата-әсәләр комитетына тапшырғандар.
Был дәлил буйынса прокуратураның күрһәтмәһе ҡаралып, һөҙөмтәлә законһыҙ аҡса йыйыу туҡтатылған. Был мәктәптәрҙең етәкселәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Читайте нас: