Алыҫта ҡалған ХVII быуатта хәҙерге Баҡалы районының ерҙәре Ҡырғыҙ, Бүләр һәм башҡа улыстарҙың аҫаба башҡорттарыныҡы иҫәпләнгән. Ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән ХVIII быуатта был урындарҙа күпләп урыҫтар төпләнә башлай. Ырымбур сиге буйында казактар хеҙмәтен үтәгән керәшендәр айырыуса күбәйә. Әле лә улар район халҡының ҙур өлөшөн тәшкил итә.
Район тарихын Яңы Илек мәҙәниәт йорто методисы Григорий Карповтан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр төбәктә. Ул эшләгән мәҙәниәт йорто — күптән инде күңел асыу урыны ғына түгел, ә ауыл тарихын саң ҡундырмай һаҡлаған, батырҙары иҫтәлеген быуындан быуынға тапшырған, дәүләт сәйәсәтен үткәргән, файҙалы саралар ойошторған учреждение ла. Республиканың әллә күпме мәҙәниәт усаҡтарында булып, ауылдаштарының шәжәрәләре, үҙ тарихын үҙе яҙған яҡташтары, шәхестәре исемдәре менән биҙәлгән клубты әлегәсә бер ерҙә күргән булманы.
Һәр ауылдың үҙ яҙмышы, үҙ тарихы һәм традициялары бар. Ә тарих биттәрен яҙыусылар, дөйөм ҡаҙаныштар, уңыштар һандығына үҙ өлөшөн индереүселәр Баҡалыла етерлек.
— 1796 йылдың 14 июнендә Ырымбур ҡаҙна палатаһының керәшендәрҙең 15 ғаиләһен (55 кеше) Минзәлә өйәҙенән Бәләбәй өйәҙенә, Сөн буйына күсереү тураһындағы указы сыға. Шулай итеп, Яңы Илек ауылына нигеҙ һалына. Ошо ғаиләләрҙең эҙенә төшөп, 18 шәжәрә төҙөп, стендтарға урынлаштырҙым. Мәшәҡәтле шөғөл тиһегеҙме? Юҡсы, таҡталарҙы ҡырҡаһы, фломастерҙар менән исем-фамилияларҙы, даталарҙы ҡағыҙға төшөрәһе генә ҡала, сөнки шәжәрәләрҙең үҙен архивта эшләгән яҡташтар төҙөп бирҙе. 2016 йылда ауылдың 220 йыллығын лайыҡлы билдәләү өсөн тырыштыҡ.
Ауылдың артабанғы үҫешен сағылдырған этнография музейын булдырыуҙы Григорий Дмитриевич үҙенең мөҡәддәс бурысы итеп иҫәпләй. Хәләл ефете Лидия Дмитриевна ла “Тарих шишмәһе”н биҙәүгә ҙур тырышлыҡ һала. Ике йөҙҙән ашыу экспонатты эсенә алған музейҙы урап сыҡҡыһыҙ. Һәр әйбер айырым тарихи осорҙо күҙ алдына баҫтырып, үткәндәргә алып ҡайта. Ошо иҫке, туҙған боронғо предметтар буйынса халыҡтың көнкүреш, мәҙәни, рухи үҫешен асыҡ күҙ алдына килтереп була.
— Ауылдаштарыма рәхмәт, эштең мөһимлеген аңлап, өйҙәрендәге тарихи ҡомартҡыларҙы музейға тапшырҙылар, — ти Григорий Карпов. — ХХ быуатта йорттарҙа файҙаланылған туҡыу станогын Петр Чернов килтерҙе. Етешмәгән деталдәрен эҙләй торғас, барыбер таптыҡ, ул бөгөн дә эш өҫтөндә. Хәҙер Лидия Дмитриевна унда балаҫ һуғыу серҙәрен һеҙгә лә өйрәтер...
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан — минең яҙмышымда” тип аталған халыҡ ижады фестивалендә Яңы Илек мәҙәниәт йорто “Иң яҡшы коллектив” исеменә лайыҡ булған, ә былтыр Балтас районында республика кимәлендә уҙғарылған Шәжәрә байрамында II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Григорий Дмитриевичтың үҙенә шәхсән бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары ла, бүләктәр ҙә етерлек. Ғаилә йылында дипломға ҡушып самауыр, 2016 йылда ауыл мәҙәниәт йортоноң иң яҡшы хеҙмәткәре исеме менән илле мең һумлыҡ бүләк биреп, тынғыһыҙ эшен баһалағандар.
Быйыл Тәтешлелә республика кимәлендә үткән Шәжәрә байрамында ҡатнашып, “Үҙеңдең ырыуың тарихын ентекле өйрәнгән һәм фәнни мөнәсәбәт өсөн” тигән диплом менән бүләкләнә мәҙәниәт йорто етәксеһе. 380 кеше йәшәгән ауылдың мәҙәниәт йорто өлкәндәргә лә, балаларға ла һәр саҡ асыҡ. “КЛУБ*ок ХХI века” республика конкурсының “Үҙенсәлекле традицияларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияһында сертификат алыуға өлгәшеүҙең дә анһат бирелмәүе, өс этапты ҡыйыу үтеп, дүртенсеһендә үҙҙәренең конкурс комиссияһын ҡабул итеүе, сараның иҫ киткес уйланылған, юғары кимәлдә уҙыуы баҡалыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
...Бәләкәйҙән иҫке-моҫҡоно ташламай йыйырға, ҡәҙерләп һаҡларға өйрәнгән малайҙың “Үҫкәс, музей асасаҡмын” тигән балаларса бер ҡатлы хыялының тормошҡа ашыуы бөгөн инде ысынбарлыҡ. Биш йыл ғүмерен шәжәрәләр төҙөп, уларҙы урынлаштырыуға биргән Григорий Дмитриевич әле лә тарихи туҙан ҡаплаған һәр ҡомартҡыны саң ҡундырмай һаҡлап, киләһе быуын керәшендәренә тапшырыу уйы менән йәшәй.
— Бына мин үҫкән сабыйҙар арбаһы, атам-әсәм уны тартып баҫыуға йөрөткән. Фанерҙан эшләнгән сумаҙан, әсәйҙең үткән быуаттың 50-се йылдарында ҡулланған сепараты, күтәрмәле туфлийы, май яҙған көбөһө, ҡул тирмәне — барыһы ла минең тормошҡа, керәшендәрҙең көнкүрешенә ҡағылған ҡәҙерле ҡомартҡылар, — тип һәр береһенең тарихын күҙ уңынан үткәрә ул.
“Тарих шишмәһе” үҙ йүнәлешен, үҙ юлын күптән тапҡан инде. Уның бары ҡоромауын, көс йыйып, артабан да урғылып ағыуын теләргә генә ҡала.