Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 04:51

Һайлауға барырға ирекмән ярҙам итә

Рәсәйҙә билдәләнгән Йәштәр көнө уңайынан, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы республика видеоконференцияһы үткәрҙе.

Фото: matveevo-kurgansky.ikro.ru
Фото: matveevo-kurgansky.ikro.ru
Рәсәйҙә билдәләнгән Йәштәр көнө уңайынан, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы республика видеоконференцияһы үткәрҙе. Ул тауыш биреү процесын ойошторғанда ирекмәндәрҙең ярҙамына арналды. Ә билдәле булыуынса, ирекмәндәрҙең күпселек өлөшөн тап йәштәр тәшкил итә.
Конференцияла Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, комиссия ағзалары, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, инвалидтар йәмғиәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ видеобәйләнеш ярҙамында республиканың һәр ҡалаһы һәм районынан тиерлек ҡатнашыусылар булды.
– Беҙҙең йәштәр бик инициативалы, дәртле һәм тырыш. Улар йәмғиәтебеҙҙә бик мөһим урынды биләй, – тине Илона Макаренко. – Һайлауҙы ойоштороуҙа ла уларҙың, айырыуса ирекмәндәрҙең ярҙамы бик ҙур. Беҙ быны беләбеҙ һәм баһалайбыҙ.
Эш тәжрибәһе менән Салауат ҡалаһының “Ҡала көсө” ирекмәндәр ойошмаһы вәкилдәре уртаҡлашты. Улар былтыр уҙған һайлауҙа ҡаланың тауыш бирергә теләгән һәр инвалидына үҙ участкаһына килергә, тауыш бирергә һәм кире ҡайтырға ярҙам иткән. Ирекмәндәр был эште быйыл да дауам итмәксе. Әле һаулығында физик тайпылыштары булған кешеләрҙең исемлеген йыялар, улар менән аралашып, һайлауға барыу өсөн уңайлы ваҡыт тураһында һөйләшәләр.
Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белорет районы вәкилдәре лә бәйләнешкә сығып, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Читайте нас: