БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда 75 миллионға күберәк. Был хәл Норвегия, Исландия, Финляндия, Швейцария, Канада, Швеция, Италия, Ҡытай, Һиндостан, Иран, Катар һәм Мысыр илдәрендә күҙәтелә.
Ә Рәсәйҙә, киреһенсә, көслө зат гүзәл зат менән сағыштырғанда 10 миллионға аҙыраҡ. Был – “Росстат”тың рәсми мәғлүмәттәре генә. Ә ысынбарлыҡта был һан күпкә юғарыраҡ.
Был айырма төрлө йәш төркөмдәрендә төрлөсә. 35 йәшкә тиклем 1 мең егеткә 1 мең 27 ҡыҙ тура килә. Был йәштән юғарыраҡ иһә ирҙәргә “дефицит” башлана. Ә 70 йәштән һуң көслө заттар хатта 2,5 тапҡырға кәмей: бер мең иргә 2 мең 377 ҡатын тура килә. Ғүмер оҙайлылығы ла хәүеф уята: ирҙәр беҙҙән ун йылға аҙыраҡ йәшәй. Элек көслө заттар ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән йышыраҡ вафат булһа, хәҙер улар йәрәхәтләнеү, имгәнеү менән бәйле хәл-ваҡиғаларға күберәк тарый һәм сәләмәтлегенә бөтөнләй иғтибар итмәй, ти белгестәр.
Әйткәндәй, үткән быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда, ҡатындар ҙа хәҙер иртә бала табырға ашыҡмай. Улар белем алырға, уны тағы камиллаштырырға, эшләргә һәм матди байлыҡ тупларға тырыша. Шунан аҙаҡ ҡына нәҫел ҡалдырыу тураһында уйлана башлай. Улар, ғәҙәттә, 26 йәш тулғас әсә була.
Рәсәй акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе Владимир Серовтың белдереүенсә, ҡыҙҙар 17 – 19 йәштә үк биологик йәһәттән сабыйға ғүмер биреү өсөн өлгөрә. Әммә бөгөнгө байтаҡ гүзәл заттар карьера баҫҡыстары буйлап үрләү теләге менән яна. Ә уларға бала табыу өсөн иң яҡшы осор 20 – 22 йәш тип иҫәпләнә икән. Бынан тыш, элек беренсе бәпестән һуң икенсеһен өс йылдан һуң табырға тырышһалар, хәҙер икенсеһенә, ғәҙәттә, биш-алты йыл үткәс кенә ауырға ҡалалар. Ә психологтар, был айырма дүрт йылдан ашмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй, сөнки ҡатын был ваҡыт эсендә физик һәм психологик яҡтан тулыһынса тағы әсәй булырға өлгөрә.
Шулай итеп, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәрҙе һаҡлайыҡ, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртайыҡ һәм “Росстат”тың киләһе күрһәткестәрен яҡшыртайыҡ.