Йәштәр араһында бөгөн ниндәй һөнәрҙәр абруйлы һәм үҫеп килгән быуын хеҙмәт баҙарында әүҙемлек күрһәтәме?
“HeadHunter” сайты хәбәр итеүенсә, йыл башынан республикала 18-35 йәшлектәр башлыса сауҙала, етештереү өлкәһендә, административ өлкәлә эш эҙләгән. Уларҙа бер урынға уртаса 12,3 резюме тура килә. Шуға күрә лә хеҙмәт юлын яңы башлаусыларҙың 70 проценты самаһына эшкә урынлашыу ҡатмарлы.
Ә ошо сайт үткәргән һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың яртыһы эш урынын һаҡлап ҡалыу йәки урынлашыу өсөн хеҙмәт хаҡын кәметеү ихтималлығына ла риза.
Башҡортостандан ситкә эшкә юлланыу мөмкинлеген йәштәрҙең 31 проценты белдергән. Күсеү өсөн тәү сиратта Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡазан ҡалалары, шулай уҡ АҠШ, Германия һәм Канада телгә алынған.