Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 12:13

ЙОНДОҘНАМӘ

1 – 7 июль

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru

(1 - 7 июль)

ҠУҘЫ



Һаулығығыҙҙы хәстәр­лә­геҙ, диагностика үтеү өсөн ҡулай мәл. Эш урынындағы мәсьәләләрҙе кисектермәгеҙ, ваҡытында хәл итегеҙ. Күсемһеҙ милеккә, аҡса һалыуға бәйле ғәмәлдәрҙе башламай торорға кәңәш ителә.


БУҒА


Был аҙнала ҡулығыҙҙан кил­мәгән эш булмаҫ. Бер аҙ ты­рышлыҡ һалһағыҙ, абру­йы­ғыҙ артыр, виртуаль киңлектә танылыу яуларһығыҙ. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр айырыуса уңыр. Шул уҡ ваҡытта никахҡа инеүҙе кисектереп торһағыҙ ине.

ИГЕҘӘКТӘР


Һөнәри эшмәкәрлегегеҙ тот­ҡарланып ҡалғандай тойола. Етәкселектән һүҙ тейеп ҡуймаһын. Иҫерткес эсемлек­тәрҙән, сит-ят ризыҡтарҙан баш тар­тыуығыҙ хәйерле. Яҡындарығыҙ менән низағлашмағыҙ, араларҙы көйләүе ҡыйынға төшөр.

ҠЫҪАЛА


Аҙнаны сәйәхәттә үткә­рергә, өйҙә ултырмаҫҡа кәңәш ителә. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәләр, баш тартығыҙ, быға ва­ҡытығыҙ ҡалмаҫ. Балаларығыҙға иғтибар талап ителә, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.

АРЫҪЛАН


Үҙ фекерегеҙҙе ныҡлы яҡларға әҙер булығыҙ, хатта етәкселек менән аралашҡанда ла. Матди йәһәттән ҡыйын­лыҡ­тар булыр, әммә уларҙы еңеп сы­ғыр­һығыҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт­тәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал.

ҠЫҘ


Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ кә­мегән төҫлө, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Өҫ-башығыҙҙы бөтәйтегеҙ, дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ, яңы танышлыҡтар булды­рығыҙ. Аҡсағыҙҙы туҙҙырмаҫҡа кәңәш ителә. Сит кешеләрҙең ярҙам вәғәҙә итеүенә ышанмағыҙ.

ҮЛСӘҮ


Был аҙнала әллә ни ҙур мәшәҡәттәр көтөлмәй. 3-7 июль арауығында ҡыҙыҡлы тәҡдим алырһығыҙ, унан баш тартмағыҙ. Иҫәп-хисаптарҙа иғтибарлы булығыҙ, хатаға юл ҡуймағыҙ. Матди йәһәттән уңырһығыҙ.

САЯН


Көндәлек мәшәҡәттәр күп ваҡытығыҙҙы алыр. Шуға күрә дүшәмбенән үк башҡараһы эштәрҙе планлаштырып ҡуйы­ғыҙ. Өйөгөҙҙә ремонт башларға мөмкин. Дуҫтарығыҙға күҙ һалығыҙ – араларында ялғандары юҡмы икән?

УҠСЫ


Ваҡ-төйәк мәсьәләләргә битараф ҡалмағыҙ, сөнки уңыш­ҡа өлгәшеү юлында тап улар ҙур әһәмиәткә эйә булмаҡсы. Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ менән арала­шыуҙарҙы сикләгеҙ. Ҡайһы берәүҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡора кеүек. 2 июлдә юлда һаҡ булығыҙ.

ЫЛАҠ


Был аҙнала йондоҙҙар һеҙгә ял итергә кәңәш бирә. Уларҙан ишара булғас ҡына эшкә тотоноғоҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер, моғайын. Хаҡ булыуығыҙҙы тойһағыҙ ҙа кеселекле булығыҙ.

ҺЫУҒОЯР


Кисекмәҫтән ҡарар ҡабул итеүҙе талап иткән мәсьә­лә­ләр тыуыр. Уның вазифа буйынса үрләүгә ҡағылыуы ихтимал. Аҙна буйы кәйефегеҙ шәп булыр. Маҡ­тау һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Тик туҡ­ла­ныуығыҙға иғтибарлыраҡ булһағыҙ ине.

БАЛЫҠ


Киләсәккә ниәттәрегеҙ менән уртаҡлашмаҫҡа кәңәш ителә. Үҙ эшегеҙҙе үҫтереү йәһәтенән киң мөмкинлектәр асылыр. Элегерәк башҡара алмаҫтай ғәмәлдәрҙе лә еңел генә атҡарырһығыҙ. 3-7 июлдә аҡса кереме көтөлә.
Читайте нас: