Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2019, 13:37

Магнитогорск ҡалаһында – йәнә янғын...

30 июнгә ҡараған төндә булған был хәл.

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә йәшәгәндәрҙең күбеһе Магнитогорск баҙарын яҡшы белә. Ул хәҙер Үҙәк ҡала йәрминкәһе тип атала. Шунда 30 июнгә ҡараған төндә янғын сыҡҡан.
Һөҙөмтәлә беренсе ҡаттағы профнастилдан эшләнгән павильондар зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлгә тиклем Урал йылғаһы буйында, Мәңгелек ут эргәһендә, ҡаланың 90 йыллығына арналған байрам саралары үткән. Унда пиротехника файҙаланылған һәм ошо фейерверк ҡалдыҡтарынан ут сыҡҡан тип күҙаллана.
Янғын бөгөн иртәнге сәғәт биш тирәһендә һүндерелгән. Шуға тиклем “ҡыҙыл әтәс” 2 300 квадрат метр майҙанды ялмап өлгөргән. Быға янғын һүндереүселәргә һуң хәбәр итеү һәм көслө ел сәбәпсе, ти белгестәр.
Читайте нас: