Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 15:16

Үҙ балаһын алған өсөн... төрмәгә

Ҡатындың ни ғәйебе?

Фото: vk.ru
Фото: vk.ru
Романтик мөхәббәт тарихы төрмәгә алып килә. Ә иң ҡыҙғанысы – ҡатындың әсәлек хисе өсөн язаға тарттырылыуы. Барыһы тураһында ла ентекләберәк.


Сығышы менән Өфөнән булған Богдана Осипова бынан 15 йыл элек Америкаға күсә, унда кейәүгә сыға һәм был илдең гражданлығын ала. Хәрби Брайн Моблиҙан ике бала таба, тик һуңғараҡ улар айырылыша. Ауырлы булған килеш, 2014 йылда ул бер йәшлек ҡыҙын ала һәм Рәсәйгә ҡайтып китә. Бында икенсе ҡыҙы тыуа. Әммә Мобли суд аша балаларға опекунлыҡты үҙенә ала. 2017 йылда кире АҠШ-ға барғас, Богдананы ҡулға алалар һәм балаларҙы урлауҙа ғәйепләп, енәйәт эше асалар.


Суд тикшереүе мәлендә күп балалы әсә (уның өс балаһы бар) Богдана Осипова бәләкәй ҡыҙҙарын Америкаға ҡайтарырға ризалыҡ бирә, әммә Рәсәй суды балаларҙы сит илгә сығарырға рөхсәт итмәй. Әлеге мәлдә балалар ҡатындың инәһе ҡарамағында.


Һөҙөмтәлә Америка суды Осипованы ете йылға иркенән мәхрүм итә. Төрмәнән сыҡҡандан һуң ул тағы өс йыл күҙәтеү аҫтында булырға, шулай уҡ элекке иренә 18 мең доллар суд бурысын ҡайтарырға тейеш.


Ошо көндәрҙә Богдана тураһында тағы бер яңылыҡ билдәле булды: Американың федераль суды уны Канзас штатындағы “Левенворс” төрмәһенән Коннектикут штатындағы ҡаты режимлы “Данбери” колонияһына күсерә. Үҙ балаларын тәрбиәләргә теләгән ҡатындың ни ғәйебе?
Читайте нас: