Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 00:54

Өфө ҡыҙы Грецияға барып...

25 июндә отель номерында уның үле кәүҙәһен тапҡандар.

Фото ufa.kp.ru сайтынан.
Фото ufa.kp.ru сайтынан.
Грецияның Афины ҡалаһында Өфөнән Альмира Захарова вафат булған. 25 июндә отель номерында уның үле кәүҙәһен тапҡандар.
Урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡатындың тәнендә йәрәхәттәр, туҡмалыу билдәләре юҡ. Алдан күҙаллауҙарынса, ул инсульттан үлгән.


Альмираның үлеме тураһында дуҫтары өс көн үткәс кенә белеп ҡала. Хәҙер уны тыуған яғына алып ҡайтыу хәстәрен күрергә кәрәк, быға иһә 300 мең һум самаһы аҡса талап ителә. Был – ҡара ҡайғыға ҡалған әсәһе өсөн күтәрә алмаҫлыҡ сумма.
Етмәһә, Альмира үҙаллы сәйәхәт иткән, тимәк, страховка ла юҡ тигән һүҙ.
Читайте нас: