Башҡортостан юлдарында авария хәүефе янаған 136 урын бар. Ул участкаларҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә. Өфөлә улар йөҙҙән ашыу. Былтыр нәҡ шул урындарҙа 28 кешенең ғүмере өҙөлгән, 400-гә яҡыны тән йәрәхәте алған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында һәләк булғандар һаны бер ҙә кәмемәй. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, былтыр 550 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 21-е – балалар, ә тән йәрәхәттәре алғандар һаны 5500-ҙән ашып киткән. Һуңғы биш йыл эсендә төбәктә юл-транспорт фажиғәләрендә 3200 кешенең вафат булыуын иҫәпкә алғанда, уның бер район үҙәге халҡын юғалтыуға алып килгәнен инҡар итеп булмай. Авария хәүефе янаған урындар һаны буйынса беҙҙең республика, Мәскәү ҡалаһынан ғына ҡалышып, икенсе урында тора.
Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” партия проектының төбәк координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының хәрәкәтте ойоштороу һәм техник күҙәтеү бүлеге начальнигы Антон Свириденко, Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Виктор Жульков, Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов, Юлдар һәм яһалма ҡорамалдарҙы төҙөү, ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Илшат Фәхретдинов, ҡаланың тормош эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Никита Дмитриев, “Хәүефһеҙ юлдар” проектының Йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитов Өфөләге авария хәүефе тыуҙырған алты участканы ҡарап сыҡты.
Улар – Менделеев урамындағы “Сәй фабрикаһы” һәм “Кондитер фабрикаһы” туҡталыштарындағы, Сочи һәм Менделеев урамдарынан “Дуҫлыҡ монументы” туҡталышына илткән Эшсе хәбәрселәр урамындағы 5-се лицей, Мөбәрәков урамындағы 9-сы һәм 18-се мәктәптәр, Ғабдулла Амантай урамындағы 160-сы лицей эргәһендәге йәйәүлеләр юлдары. Мәҫәлән, былтыр “Конди” Өфө кондитер фабрикаһы районында алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа алты кеше зыян күргән.
Рейд барышында хәүефле участкаларҙы ҡарағандан һуң йәйәүлеләр һуҡмағын автомобиль юлынан айырған ҡойма һәм юл күрһәткестәр урынлаштырырға, Т9 стандартлы һары төҫө туҡтауһыҙ емелдәп, иҫкәртеп торған светофорҙар ҡуйырға, юл һыҙмаларын норматив стандарттарға ярашлы итеп рәткә килтерергә тигән һығымта яһалды.
“Дуҫлыҡ монументы” эргәһендәге мәсьәлә быйыл уҡ хәл ителәсәк – унда ер аҫты үткәүеле төҙөлә һәм объектты декабрҙә тапшырасаҡтар. Эшсе хәбәрселәр урамындағы 5-се лицей эргәһенә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә, яндауыр кәртәһен ҡуясаҡтар.
Әлбиттә, миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалала юлдарҙы контролдә тотоу еңелдән түгелдер, әммә һуңғы йылдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итеүгә, юлдарҙы ремонтлауға һәм үҙгәртеп ҡороуға, инфраструктураны камиллаштырыуға иғтибар күп бүленә. Мәҫәлән, быйыл Өфөнөң 28 участкаһын ремонтлау күҙаллана: был иһә 48 километр оҙонлоғонда урам-юл селтәрен һәм 811 мең квадрат метр ер майҙанын үҙ эсенә ала. Шулай уҡ быйыл Комсомол һәм 8 Март урамдарында төҙөкләндереү башланған, проект өс йылға иҫәпләнгән. Мостай Кәрим урамына капиталь ремонт эшләнәсәк, Валерий Лесунов урамына юл һалынасаҡ.
Рәсәйҙә быйылғы 1 ғинуарға ҡарата бөтәһе 43 миллион 526 мең еңел автомобиль иҫәпләнгән. Иң күп транспорт Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенә тура килә – 3 миллион 687 мең һәм 2 миллион 710 мең дана, йәғни ул илдәге автомобилдәрҙең 15 процентын тәшкил итә. Өсөнсө урында Краснодар крайы – 1 миллион 851 мең берәмек (4,3 процент) техника теркәлгән, унан ҡала Санкт-Петербург – 1 миллион 316 мең (4 процент). Артабан исемлектә Ростов, Свердловск өлкәләре, Татарстан, Башҡортостан республикалары, Силәбе һәм Һамар өлкәләре. Башҡортостанда 1 миллион 228,6 мең автомобиль иҫәпләнә. Йәғни республикала өс-дүрт кешегә шартлыса бер “тимер ат” тура килә. Белгестәр фекеренсә, автомобилдәр һаны артабан да артасаҡ. Тимәк, хәүефһеҙлек сараларын тағы ла көсәйтеү зарур. Ә юлсыларға эш бер ҡасан да кәмемәйәсәк, киреһенсә, өҫтәләсәк кенә. Ғөмүмән, хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итеү, аварияларға юл ҡуймау тәү сиратта водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүенә ҡайтып ҡала.
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Дәүләт Думаһы депутаты:
– Өфө ҡалаһында хәүефле урындар күп, унда кеше ғүмерҙәре өҙөлә, йәрәхәт алалар, балалар зыян күрә. Рейд барышында күп етешһеҙлектәр асыҡланды, улар өҫтөндә эшләргә кәрәк. Күреүебеҙсә, 9-сы һәм 18-се мәктәптәр янында светофор эшләмәй, билдәләр янмай, йәйәүлеләр юлы яҡтыртылмай. Ҡышын ҡараңғыла мәктәпкә килгән балаларҙы водителдәрҙең күрмәүе лә ихтимал. Был ошо мәғариф учреждениеларында белем алған ике меңгә яҡын баланың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Мәҫәлән, 160-сы лицей алдындағы юлдың уҡыусыларға хәүеф тыуҙырыуы, тейешле билдәләре булмауы хаҡында мөрәжәғәт алдым. Әле “Мәктәпкә юл” акцияһы сиктәрендә быны үҙебеҙ күрҙек. Ошо йәһәттән тейешле тәҡдимдәр индереләсәк.
Йыл һайын Рәсәй юлдарында 150 меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Төп сәбәптәре: юл ҡатламының насар булыуы, юлдарҙың ваҡытында ремонтланмауы, юл ҡағиҙәләрен һанламау, иҫерек килеш рулгә ултырыу һәм башҡалар. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты автомобиль йөрөтөүгә яуаплы ҡарау һәм йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен үтәү мәҙәниәтен үҫтереү, юлдарҙың торошон тикшереү, сифатын арттырыуға булышлыҡ итеү кеүек маҡсаттар ҡуя.