Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2019, 01:30

1,8 миллион һумды сәлдерә

Приют ҡасабаһында була был хәл. Бер сос менеджер...

Фото: gtrk-vyatka.ru
Фото: gtrk-vyatka.ru
42 йәшлек ҡатын Приют ҡасабаһында ҙур банк бүлексәһендә менеджер булып эшләгән. Көндәрҙең береһендә зирәк ханым ялған документ эшләп, клиенттарының аҡсаһын үҙләштерә башлай.
Һөҙөмтәлә бөтәһе 1,8 миллион һум аҡсаға "айыу майы һөртә". Әммә тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре башлы ханымдың үҙенән дә сосораҡ булып сыға. Көтмәгәндә уның ҡойроғона баҫалар.
Уғрыға ҡарата енәйәт эше асылған. Уны алты йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.
Читайте нас: