Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илебеҙҙә эшкә яраҡлы йәштәге һәр дүртенсе ҡатын-ҡыҙ яман шештән үлә.
Унан ҡала ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан – 22,9 процент, тышҡы сәбәптәрҙән 19,2 процент вафат була.
Ингушетияла, Дағстанда, Чечняла иһә эшкә яраҡлы йәштәге гүзәл зат вәкилдәре араһында үлем осраҡтары һирәк. Ә бына Тывала, Чукоткала, Кемеров өлкәһендә был күрһәткес юғары.