Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2019, 18:48

Шайморатовҡа – һәйкәл!

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәлендә халыҡтың күпселеге бик көткән яңылыҡ билдәле булды.

Яңы парк яҡынса ошолай булыр тип күҙаллана.
Яңы парк яҡынса ошолай булыр тип күҙаллана.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәлендә халыҡтың күпселеге бик көткән яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ!


– Беҙ легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы кимәлдә билдәләргә тейешбеҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Донбастағы ҡаты бәрелештәр мәлендә геройҙарса һәләк булды, – тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында. – Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын тантаналы рәүештә фронтҡа оҙатыу 1942 йылдың 25 мартында, баш ҡаланың Совет майҙанында ойошторола. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә хәрбиҙәрҙең фронтҡа китергә әҙерлеген шунда еткерҙе.


Төбәк етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына был маҡсатта халыҡтан да аҡса йыйырға тәҡдим итте. Ҡоролтай делегаттары яңылыҡты дәррәү алҡыштар менән ҡабул итте.


Күптәр белә, әле был майҙанда – парковка урынлашҡан. Оҙаҡламай иһә унда матур парк барлыҡҡа киләсәк, мөһабәт һәйкәл ҡуйыласаҡ, ә парковка ер аҫтына күсәсәк. Тиҙ арала парк Өфө кешеләренең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял һәм күңел асыу урынына әйләнер, тип көтөлә.


Әйткәндәй, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы Гвардия кавалерия дивизияһы) командиры генерал-майор, дипломат һәм разведчик Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы байрам итеү маҡсатында Радий Хәбиров махсус указға ҡул ҡуйҙы. Шуға күрә был йәһәттән башҡа матур саралар ҙа көтөлә.


Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, Дәүләт Думаһының 5-се, 6-сы саҡырылыш депутаты, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы:


– Хәтерләйһегеҙме икән, бынан биш-алты йыл самаһы элек халыҡ Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен биреү тәҡдиме менән күтәрелеп сыҡҡайны. Мин дә был башланғысты хупланым һәм депутат булараҡ бер нисә тапҡыр илдең Оборона министрлығына рәсми хаттар менән мөрәжәғәт иттем. Эйе, ул саҡтағы яуап билдәле: үлгән кешегә бындай исемде биреү мөмкин түгел ине.


Уның тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районында бына тигән музей һәм һәйкәл бар. Тик Шайморатов республика, ил кимәлендә танылырға тейеш герой! Шуға күрә төбәк етәксеһенең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышында яһаған тәҡдимен бик шатланып ҡабул иттем. Зал да был идеяны дәррәү күтәреп алды. Делегаттар – халыҡтан һайлаған кешеләр, быны хуплағас, бар республика халҡы ла риза булыр тип ышанам. Буласаҡ һәйкәлдәң урынына килгәндә, ул миңә бик оҡшай. Баш ҡалабыҙҙың үҙәгендә машиналар торғансы, матур парк, унда бөйөк, ҡаһарман шәхесебеҙгә һәйкәл ҡуйылһа, ҡайһылай яҡшы буласаҡ бит!
Читайте нас: