Был енәйәт эше буйынса сығарылған хөкөм ҡарарының йөкмәткеһе менән танышыу сикһеҙ дәрәжәлә тетрәндерә. Әҙәм балаһының ниндәйҙер мәлдәрҙә йыртҡыстан да уҙҙырырлыҡ ҡылыҡтарға эйә булыуын шикләнмәҫлек итеп дәлилләй ул.
Ирекһеҙҙән бынан өс-дүрт йыл элек АҠШ ғалимдарының Ер шарындағы экологик хәлде ентекле анализлағандан һуң яһаған “кеше булмаһа, Ер шарының тәбиғәте байыраҡ һәм матурыраҡ булыр ине” тигән аяныслы һығымтаһын иҫкә төшөрә.
Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһы (кеше үлтереү) буйынса ғәйепләнгән Ниғмәтулла Ҡолгилдиндың* эше Башҡортостан Юғары судында ҡаралып, оло йәштәге ир 18 йылға иркенән мәхрүм ителә. Ғүмер ҡояшы ҡотолғоһоҙ байыуға ыңғайлаған, етмәһә, ғәрип кешенең билдәләнгән срокты тултырып сығасағы, унан да бигерәк алған һабаҡтарының киләһе тормошонда ниндәйҙер файҙа килтерәсәге шикле. Иң аяуһыҙы – иректә уны бер кем дә көтмәй.
Йәш сағында Ниғмәтулла Ҡолгилдин да яҡты уй-ниәттәр менән юғары уҡыу йортона инеп, артабанғы тормошон файҙалы, һөҙөмтәле үткәрергә пландар ҡорғандыр, өйләнеп, ҡыҙ һәм ир балаға ғүмер биреп, ҡартлыҡ көнөндә бәхет-шатлыҡҡа күмелеп йәшәргә нигеҙе булғандыр. Ҡатыны Наиләгә лә, моғайын, яратып өйләнгәндер. Әммә бағлаған өмөттәр селпәрәмә килә: Ниғмәтулла эскелеккә һалыша, “ҡырын тейәгән” саҡтарында холоҡһоҙлана, ҡатынына ҡул күтәрергә лә оялмай, төрмәлә ултырып сыҡҡандан һуң өсөнсө төркөм инвалидына әүерелә. Наиләне иһә ғаилә тормошо уныҡынан да әсерәк, ғазаплыраҡ яҙмышҡа дусар итә: ҡатын яман шеш сиренә тарый, дауаланыу ярҙам итмәй, хәле ауырайғандан-ауырая, һәм ул холоҡһоҙ иренән ҡыҙы янына күсеп йәшәргә мәжбүр була. Артабан да ҡыҙы ғаиләһендә йәшәүен дауам итһә, бәлки, бәхетһеҙ ҡатын теге донъяға ваҡыты еткәс китер ине лә…
Ауылда яңғыҙ көн иткән Ниғмәтулла көтмәгәндә күп йылдар бергә ғүмер иткән ҡатынын йәлләпме, әллә башҡа уй-ниәт менәнме, ауырыуҙы үҙе ҡарап-тәрбиәләргә теләүе тураһында белдерә. Үҙаллы хәрәкәт итеүҙән мәхрүм әсәһен өйгә күтәреп индергән улы һәм бер ауылдашы менән был осрашыуҙы “йыуалар”. Эсенә иҫерткес эсемлек инеү менән холҡо 90 градусҡа боролған Ниғмәтулла улы ишектән сығып китеү менән күрше бүлмәлә ауырыуы менән көрәшеп ятҡан Наилә янына килә һәм … енси яҡынлыҡ ҡылырға тәҡдим яһай.
Кемдә ни ҡайғыһы! Сикһеҙ дәрәжәлә нәфрәтләнгән меҫкен ҡатын, әлбиттә, баш тарта, сөнки һыҙланыуҙар уға бер минут та тынғылыҡ бирмәй. Китәләр әрләшеп, ир кеше, һин, моғайын, СПИД йоҡторғанһыңдыр, тип бәйләнһә, ҡатын иһә, мин юҡ саҡта һин бында ҡатындар алып килгәнһең, тигән шиген алға һөрә.
Иҫереүе еткән Ҡолгилдин, һәр ваҡыттағыса, аяҡ-ҡулдарын эшкә ҡушып, меҫкен ҡатынды туҡмай башлай. Саманы онотоп, күрәһең, ҡулына бысаҡ ала ла төрлө урындарын сәнскеләргә керешә, муйынына ла эләктерә. Бер аҙҙан кире әйләнеп килгән улдары ҡан эсендә ятҡан әсәһенең йәнһеҙ кәүҙәһен күреп телһеҙ ҡала...
Был йән өшөткөс ваҡиғанан ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Кеше ғүмеренең баһаһы, әхлаҡи һәм хоҡуҡи нигилизмдар кеүек киң таралған күренештәр тураһында фәлсәфәгә бирелмәй генә шуны әйтке килә. Ике, бәлки, ҡапма-ҡаршы ҡиммәттәргә табынған, донъя көтөүгә ҡараштары бөтөнләй айырылған бәхетһеҙ кешеләр ғаилә ҡороп, оло тормош хатаһы эшләгән. Олоғая килә йәшлек хатаһы танылып, ҙур үкенес тойғоһо барлыҡҡа килә лә төрлө ығы-зығы һәм талаштарҙан һуң нәфрәткә әүерелә, көсәйә барған. Шулай булмаһа, ғүмеренең һуңғы минуттарында меҫкен ҡатын бергә ғүмер кисерергә мәжбүр булған ирен ҡарғар, уға үлем теләр инеме ни?