Рәхмәт менән Яйҡар тауҙарының теҙмәһен тоташтырған Йөрәктау әллә ҡайҙан күренеп йәйрәп ята. Бындағы хозурлыҡҡа ҡарап туйғыһыҙ… Мөхәббәтле, гөлсәскәгә күмелгән, күпереп торған йәшел балаҫ түшәлгән тауҙарҙың емеш-еләгенең күплеге иҫ китмәле. Шуға ла еләк мәле башланһа, йәше-ҡарты шул тауға юллана. Йөрәктауҙа осрашҡан кешеләрҙең мөхәббәте саф һәм оҙон ғүмерле була, тиҙәр халыҡта.
Рәхмәт ауылы егете Мөждәбә Ғәлимов менән Яйҡар ауылы ҡыҙы Ҡафиҙа еләк йыйғанда бер-береһен ошо тауҙа күреп ҡала, әммә баш күтәреп һүҙ ҡушмай.
Күпмелер ваҡыттан һуң яҙмыш уларҙы барыбер ҡауыштыра. Димсе диңгеҙ кисерә, тигәндәй, төптән уйлап, туған-тыумасаһын байҡап, бөтә яҡтан ентекләп ҡарап хәл иткән әсәһе менән буласаҡ ҡәйнәһе йәштәрҙе димләп өйләндерә.
Мөждәбә ағай менән Ҡафиҙа апай матур итеп донъя ҡороп ебәрә һәм 38 йыл пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп ғүмер итә. Хис-тойғоларын ситкә түкмәй-сәсмәй, бер-бер артлы туғыҙ балаға ғүмер бирәләр.
Икеһе лә алсаҡ күңелле, һүҙгә оҫта, шаян, аралашыусан була. Кәләшен алып ҡайтҡанда Мөждәбә ағай һатыусы булып эшләгән. Шунан, Йылайыр техникумына барып, мал табибына уҡып ҡайта ла ғүмеренең ахырынаса ошо һөнәренә тоғро ҡала. Ул мәлдә ауыл бай һаналған, иген келәттәре, техника тулып ултырған “Ҡыҙыл Маяҡ” исемле колхоздың үҙәге була. Ҡафиҙа апай иһә колхозда салғысы булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан үлсәүсе лә була, сөгөлдөр ҙә утай, һарыҡ та ҡырҡа. Үҙе әйтеүенсә, эшләмәгән эше ҡалмай.
Балалары ата-әсәләренән илһам алып, телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылып, изгелекте, матурлыҡты яратып, көслө ихтыярлы, ололарға һәм кеселәргә иғтибарлы булып, үҙҙәренә талапсанлыҡты кәметмәйенсә белем һәм тәрбиә ала.
Иң өлкәндәре Ғәлиә төҙөүсе һөнәрен һайлаған. Тәүҙә Златоуст, һуңынан Өфө ҡалаларындағы мөһим төҙөлөштәрҙә ҡатнашыу бәхете тейгән уға. Хеҙмәт ветераны Ғәлиә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының бинаһын төҙөүҙә ҡулының көсө һаҡланғанына, күпмелер өлөш индерә алыуына шатлана ла, ғорурлана ла. Оло бала булараҡ, үҙенән бәләкәстәрен үҫтерешкәненә, ярҙам итеүенә әсәһе рәхмәттәрен генә юллап, доғаларын ғына уҡып ултыра. Нәйрә Өфө ҡалаһындағы кооператив техникумының “Товаровед” бүлеген уңышлы тамамлап, Асҡар универмагында оҙаҡ йылдар төп белгес, һуңынан етәксе вазифаһын башҡара.
Ләлә ошо уҡ техникумдың “Ревизия һәм контроль” факультетында уҡып, Әбйәлил райпоһында, һуңынан мәғариф бүлегендә бухгалтер, ревизор булып эшләй. Апалы-һеңлеле ҡыҙҙар өлгөлө, тырыш, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн Хеҙмәт ветераны булған, район етәкселегенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Фәнүзә, апайҙарынан ҡалышмай, Белорет медицина училищеһын яҡшы тамамлағандан һуң, Сипайлово биҫтәһендә һөнәренең оҫтаһы, тырыш, ихтирамлы хеҙмәткәр. Улдары Дамир – иретеп йәбештереүсе, Динар төҙөүсе һөнәрен һайлаған.
Донъя булғас, төрлөһө була, гел яҡшынан ғына тормай шул тормош. Мөждәбә ағай, ҡатынын яңғыҙ ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Ауыр саҡтарҙа һынмай, һығылмай әсә кеше! Балаларын күтәрергә көс-ғәйрәт табып, күптәргә үрнәк күрһәтеп, бөтә балаларын башлы-күҙле итеп, кейәүҙәренә, килендәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә иманлы юл күрһәтеп, маяҡ булып йәшәй. Аҡса, матди байлыҡ, ялған дан-шөһрәт артынан ҡыумай, иман байлыҡтарына күңелен сорнап, изгелек орлоҡтарын таратып, кешеләрҙе һоҡландырып тормош көтә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күптән түгел балаларының, ейәндәренең ярҙамы менән яңы өй туйлағандар. Ағастан эшләнгән өйҙә тын алыуҙары ла йән рәхәте!
Улы Динар әсәһе йәшәгән өйҙөң ҡоймаһын семәрләп эшләнгән штакетниктар менән биҙәп ҡуйған. Ҡайһы берәүҙәр эргәләренән үтеп барғанда, туҡтап, оҙаҡ ҡына ҡарап һоҡланып тора. Ифрат матур, күҙҙең яуын алырлыҡ был биҙәктәрҙе алтын ҡуллы кеше генә эшләй алалыр.
Клара ҡыҙының ике улын – Самат менән Азаматты үҙенең ҡанаты аҫтына алып, быуындар сылбырын бәйләп, итәғәтлелек, саф күңеллелек менән бөркөп, рухиәтебеҙҙе тулыландыра бәхетле өләсәй. Бәхетле тим, сөнки ейәндәре һикһәнгә баҫҡан өләсәйҙәрен өрмәгән ергә ултыртмай, ҡулына эш тоттормай. Өй мәшәҡәттәрен – Клара ҡыҙы, кәртә-ҡуралағыһын ейәндәре башҡара. Самат мал-тыуар ҡарарға ярата: көтөүгә оҙата, ҡаршы ала, ҡыш һыу эсерә, бесән һала, ҡураны таҙарта. Баҡса тирәһендәге эштәрҙе лә үҙе аҙағынаса еткереп, теүәлләп ҡуя.
Ейәне Азамат Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам университетында ғәрәп телдәрен, дини уҡыуҙарын үҙләштереп, имам-хатип дипломын алыуға өлгәшә. Бер аҙ “Ләлә-тюльпан” мәсетендә тәжрибә туплай. Үҙебеҙҙә, яҡын-тирә ауылдарҙа дини саралар Азаматһыҙ үтмәй. Эш юҡ, тип шыңшымайҙар, алма беш – ауыҙыма төш, тип Хоҙайҙан көтөп ултырмайҙар. Үҙҙәре сәбәбен табып, ҡулдарынан килгән эшкә ихлас тотоноп, донъяларын ялт иттереп тоталар. Мал-тыуар ҡарап, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп, гөрләтеп йәшәйҙәр. Һауын кәзә алып, ҡымыҙ эшләп эсәләр, ауылдаштарын да һыйлайҙар…
Диндар өләсәй – ауылда хөрмәтле ағинәй ҙә. Күп йылдар Ағинәйҙәр советында эшләгән, көслө рухлы, ныҡлы ихтыярлы булыуы менән ихтирам ҡаҙанған.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Ғәлиастанова ағинәйебеҙ тураһында яҡшы яҡтан ғына һөйләй:
– Ул милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы күп белә. Бала тыуыу, туй, килен төшөрөүгә бәйле йолаларҙы атҡарыу өсөн кәңәшләшергә фәҡәт уға барабыҙ. Һәр береһенә ярҙам итергә әҙер. Ауылдаштарҙы һуңғы юлға оҙатыу тәртиптәрен эргәһендә йөрөгәндәргә өйрәтә. Тағы ла шуныһы: уның ҡулы имле. Тайған йөрәкте урынына ултырта, мейе ҡаға, ҡот ҡоя.
Эйе, имләүҙе әсәһенең әсәһе Ғәйникамал өләсәһенән өйрәнеп үҫә ҡыҙсыҡ. Күрә йөрөп ҡанына ла һеңгәндер, Хоҙай үҙе лә ҡулына ҡот ҡундырғандыр. Ә шулай ҙа тиҙ генә тотоноп китә алмай аҙаплана йәшерәк сағында. Өләсәһе иҫән саҡта:
– Ҡулыңдың ҡото бар, балаларың бар, үҙең имлә! – тип фатихаһын биреп ҡалдыра ейәнсәренә.
Балаларынан тыш, икенсе кешеләрҙе имләр алдынан, мәсеткә барып рөхсәт һорай. Хоҙай тарафынан бирелгән ҡот һәм үҙеңдең ихласлығың бар, тип ыңғай хәл итәләр.
Йөрәк ҡушыуы буйынса үҙ намыҫына тоғро ҡалып, ихласлыҡ, инсафлыҡ, баҫалҡылыҡ өлгөләрен өләшеп, үҙе тирәләй йылы нур таратып, ауылдаштарының ихтирамын тойоп йәшәү үҙе бәхет түгелме! Ата-әсәнән күреп үҫкән балалары ишле ғаиләләр булдырып, бала-сағалы булып, әсәйҙәрен ололоҡлап, ихтирам итеп йәшәй. Атай йортон да ташламайҙар, килеп хәл белеп торалар. Үҙҙәре лә кемуҙарҙан ҡунаҡҡа саҡырып, ҡыуаныстары менән уртаҡлашалар. Шулай булмай, Ҡафиҙа апай булдырған дуҫ һәм татыу ғаиләлә ейән-ейәнсәрҙәр буй еткереп, юғары белем үҙләштереп, ата-әсәләре менән бер рәттән йорт-еребеҙҙең төрлө тармаҡтарында намыҫлы хеҙмәт итә. Барыһы ла ғаилә ҡотон һаҡлап, бәхет өҫтәп, өләсәйҙәренең һөйләгәндәрен ҡандарына һеңдереп, изгелектәр сәсеп йәшәй. Береһе өй туйлай, икенсеһе – ижәбенә, өсөнсөһө юбилейына саҡыра. Бөтәһендә лә ҡәҙер-хөрмәт күреп, түрҙә ултырыу үҙе бәхет түгелме!