Аҙна буйына энергияғыҙ ташып торасаҡ. Хатта ҡулығыҙҙан килмәгәнде лә эшләргә тырышырһығыҙ. Әйткәндәй, барыһы ла килеп сығырға тейеш, шуға күрә туҡтап ҡалмағыҙ. Тик һаулығығыҙ тураһында ла онотмағыҙ.
Һеҙ иғтибар үҙәгендә буласаҡһығыҙ. Бының менән дөрөҫ файҙаланығыҙ. Үҙегеҙ өсөн кәрәкле мәсьәләләрҙе лә хәл итеп ҡалырға мөмкин был осорҙа. Яҡындарығыҙ менән низағлашмағыҙ, аҙаҡ араларҙы көйләүе ҡыйынға төшөр.
Шәхси тормошоғоҙ был аҙнала бик сағыу булмаҡсы. Ғаилә ҡорор, яңы танышлыҡтар булдырыу өсөн уғата уңайлы мәл. Ә бына эшегеҙ бер ни тиклем аҡһар. Проблемалар кәрәкмәһә, ике өлкәне лә тигеҙ алып барырға тырышығыҙ.
Карьерала күтәрелергә теләһәгеҙ, әлегә кисектереп тороғоҙ. Бының өсөн был аҙна уңайлы түгел. Оҙайлы ваҡытлы килешеүҙәр төҙөгәндә лә ашыҡмағыҙ, бик уйлап эш итегеҙ. Үҙ фекерегеҙҙе ныҡлы яҡларға әҙер булығыҙ, хатта етәкселек менән аралашҡанда ла.
Әүҙем эшмәкәрлеккә күсер өсөн бик уңайлы аҙна. Тырышлығығыҙҙы һиҙәсәктәр. Ә бына яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал. Иҫерткес эсемлектәрҙән, сит-ят ризыҡтарҙан баш тартыуығыҙ хәйерле.
Күп көс талап иткән эштәрҙе башларға кәңәш ителмәй. Уларҙы уңайлыраҡ ваҡытҡа кисектереп тороғоҙ. Быға тиклемге эшмәкәрлегегеҙ ыңғай баһаланыр, матди яҡтан да керем көтөлә.
Бик һөҙөмтәле аҙна көтөлә. Эштәрегеҙ гөрләп торасаҡ. Тик башҡалар ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә, баш тартыуығыҙ хәйерле, быға ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Балаларығыҙға иғтибар талап ителә, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Йәй һеҙҙең өсөн бик уңышлы түгел. Бушҡа көсөгөҙҙө әрәм иткәнсе, ял итеү, ваҡытығыҙҙы ғаиләгә арнау хәйерлерәк. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ кәмегән төҫлө, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Яңы танышлыҡтар булдырыу өсөн уңайлы мәл.
Һөйгән йәрҙәрегеҙ менән мөнәсәбәтте асыҡлар мәл етте. Быны артабан да аҙаҡҡа ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ. Эштә уңыш, матди килем көтөлә. Етәкселек тә хеҙмәтегеҙҙе күреп, лайыҡлы баһалар.
Үҙ өҫтөгөҙгә бигерәк күп бурыстар алаһығыҙ түгелме? Уларҙың яртыһынан баш тартығыҙ. Барыбер барыһын да хәл итеп бөтә алмаҫһығыҙ. Аҡсағыҙҙы туҙҙырмаҫҡа кәңәш ителә. Сит кешеләрҙең ярҙам вәғәҙә итеүенә ышанмағыҙ.
Аҡса менән һаҡ булығыҙ. Дөрөҫ булмаған аҙым арҡаһында, уларҙан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал. Ғаилә ағзалары менән дә һүҙгә килешмәгеҙ. Йондоҙҙар һеҙгә был аҙнала һәр аҙымығыҙҙы уйлап ҡына эшләргә кәңәш итә.
Мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Яңылышыу ихтималлығы бик ҙур. Коллегалар менән дә һағыраҡ булығыҙ, ваҡ-төйәк арҡаһында һүҙгә килешеүегеҙ бар. Ғаиләлә барыһы ла яҡшы, балаларығыҙ уңыштары менән ҡыуандырыр.