Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2019, 03:15

Байыштар яҡташтарын көтә

Быйыл Баймаҡ районының Байыш ауылында дүртенсе тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк. Иң тәүгеһе 1986 йылда ойошторолғайны. Унда хөрмәтле ҡунаҡ – ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәковтың ҡатнашыуы байрамды йәмләгәйне. 2013 йылдағыһында иһә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ыласыновтар тоҡомонан булған яҡташыбыҙ Эльвира Юнысова ҡатнашҡайны. Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан тыуған ауылыбыҙ – Байыш. Минән, һин ҡайһы тарафтарҙан, тип һораһалар, оло ғорурлыҡ менән 1920-1921 йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышындағы башҡорт хәрәкәтенең лидеры Хажиәхмәт Унасов, данлыҡлы әүлиә Мөжәүир хәҙрәт, халыҡ йырсыһы Рамаҙан Йәнбәков, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсән Абрар Арғынбаев, үткер телле шағир, драматург Буранбай Исҡужин, мәшһүр ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшин, шағирә Миңзәлә Байышева-Хәлилова, оҫта бейеүсе Фәйзулла Ғөбәйҙуллиндар тыуып үҫкән Байыш ауылынан, тим.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Быйыл Баймаҡ районының Байыш ауылында дүртенсе тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк. Иң тәүгеһе 1986 йылда ойошторолғайны. Унда хөрмәтле ҡунаҡ – ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәковтың ҡатнашыуы байрамды йәмләгәйне. 2013 йылдағыһында иһә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ыласыновтар тоҡомонан булған яҡташыбыҙ Эльвира Юнысова ҡатнашҡайны.

Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан тыуған ауылыбыҙ – Байыш. Минән, һин ҡайһы тарафтарҙан, тип һораһалар, оло ғорурлыҡ менән 1920-1921 йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышындағы башҡорт хәрәкәтенең лидеры Хажиәхмәт Унасов, данлыҡлы әүлиә Мөжәүир хәҙрәт, халыҡ йырсыһы Рамаҙан Йәнбәков, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсән Абрар Арғынбаев, үткер телле шағир, драматург Буранбай Исҡужин, мәшһүр ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшин, шағирә Миңзәлә Байышева-Хәлилова, оҫта бейеүсе Фәйзулла Ғөбәйҙуллиндар тыуып үҫкән Байыш ауылынан, тим.


Бай тарихлы йәнтөйәгем



Тыуған ауылыма 1795 йылда утар булараҡ нигеҙ һалына. Был ергә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улысының 6-сы башҡорт кантонының Йомаш ауылынан күсеп килгән Ҡасимғо­ловтар иң тәүгеләрҙән булып урынлаша. Шунлыҡтан ул тәүҙә Ҡасимғол исемен йөрөтә. Хәҙер инде ауылда бындай фамилиялы бер ғаилә лә юҡ. 1816 йылда Байыш Аҡҡусҡаров тигән башҡорт 14 ғаилә менән ошо ерҙә төйәкләнә. Уның Йәрмөхәмәт һәм Ыласын исемле улдары була. Әлеге көндә Байыш ауылында Байышев фамилиялы берҙән-бер ғаилә йәшәй. Әкрәм Ғәйнислам улы тыуған ауылында төпләнеп, ҙурҙан йорт һалған. Уның дүрт улы һәм бер ҡыҙы бар. Шулай уҡ Байыш Аҡҡусҡаровтың нәҫелен дауам иткән Ыласыновтар, Йәрмөхәмә­товтар ҙа ишле ғаиләләрҙән һанала. Ауылда Исҡужиндар, Рәхмәтуллиндар, Ҡолмөхә­мәтовтар, Юлыевтар, Шәйәх­мәтовтар, Минишевтар, Рәсү­левтәр, Аширбаевтар, Дәүләт­шиндәр, Әблүзиндәр, Әхмәтовтар, Ғүмәровтар, Йәнәлиндәр, Йәнбә­ковтар, Әлибәковтар, Исмаҡовтар, Арғынбаевтар борондан төпләнеп йәшәгән аралар иҫәпләнә. Әммә әлеге ваҡытта ауылда ҡайһы бер араларҙы дауам иткән ғаилә ҡалмаған. Уның ҡарауы, эргәләге юҡҡа сыҡҡан Күктүбәнән күсеп ултырған Сөләймәновтар, Мортазиндар, Һибәтуллиндар, Мостафиндар, Ибраһимовтар, Таштимеровтар киң таралған.
Байыш ауылы ерҙәре – мал көтөү өсөн дә, ер эшкәтеүгә лә бик ҡулай урын. Элек-электән уны төйәкләгән халыҡ ергә берегеп, хеҙмәт менән йәшәп килә.
1929 йылда 12 ғаилә артелгә берләшә. Хөкүмәт кредитҡа ат, һабан, тырма, бесән сапҡыс, лобогрейка бирә. Уңыш яҡшы була. Коллектив менән эшләүҙең өҫтөнлөгө күренгәс, 1930 йылда тотошлай коллективлашыу башлана. 1930-1932 йылдарҙа “Большевик” хужалығы, ә 1933 йылда “Урғаҙа” колхозы ойошторола. Уның рәйесе итеп Манһыр ауылы егете Сөнәғәтулла Мөхәмәтов һайлана. Артабан байыштарҙан Аҫылғужа Рәсүлев, Тәңребирҙе Мәзитов, Күктүбәнән Төхвәт Сөләймәнов рәйес була. Шул йылдарҙа хужалыҡта тырышып эшләгән Мөхәмәтхужа, Фәйзрах­ман, Әбдрахман, Әһлиулла Ҡотлоғужиндар, Ғәйзулла, Мәхмүт, Фазулла Исҡужиндар, Сәхиулла Кәримов, Нурғәли Вәлиев, Зәйнетдин Юлыев, Ғилметдин, Икраметдин Арғынбаевтар, Һиҙиәт Исмаҡовтар барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышына алына. “Урғаҙа” колхозынан йәмғеһе 174 ир-егет һуғышҡа китә.
1957 йылда “Урғаҙа” колхозы “Йылайыр” орлоҡсолоҡ совхозына ҡушыла. Һуғыш алдынан тыуған ир балаларҙың барыһы ла тиерлек ауыл хужалығы курстарына уҡырға юллана. Йыһанур Рәхмәтуллин, Иҙрис Мортазин, Азамат Әлибәков, мәҫәлән, Һамарға тракторсылар курсына ебәрелә. Байыш бүлек­сәһенең етәксеһе булып Миңлеғәли Хамматов эшләгән осорҙа Байышта яңы мәктәп һалына. Мәктәп директоры Солтанәхмәт Хәсәнов була. 70-се йылдарҙа клуб төҙөлә, уның тәүге директоры – Буранбай Исҡужин.


Республикала миллионер хужа­лыҡ булып танылған совхоздың ҡаҙаныштарында Байыш бүлек­сәһенең дә өлөшө шаҡтай ҙур. Уның эшсәндәре баҫыусылыҡта ла, малсылыҡта ла һынатмай. Ауылдаштарымдың күбеһе ошо осорҙа фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторҙары Азамат Әлибәков, Рәшит Сөләймәнов, Камил һәм Йәмил Мортазиндар, Нәбиулла Шахмортов, Ирек Рәхимов, Башҡортостандың атҡаҙанған мал ҡараусыһы Фәниә Мортазина, атҡаҙанған ауыл хужалығы белгесе Ғәлимйән Шәйәхмәтовтың исемен ҙур ғорурлыҡ менән телгә алабыҙ.
1991 йылда совхоз бөтөрөлгәс, “Ялан” ойошмаһы барлыҡҡа килде. Гөрләп торған хужалыҡ тарҡалғас, ғүмер буйы унда хеҙмәт иткән баҫыу батырҙары бер аҙ баҙап ҡалды, Себер тарафтарына сығып китеүселәр күбәйҙе. Ошоға тиклем “Йылайыр” совхозының алдынғы­лары рәтендә йөрөгән бер нисә ир-егет ерҙән айырылмай фермер­лыҡҡа тотондо. Улар башлыса игенселек менән шөғөлләнә.
Фермерҙар Хәлим Ҡолмө­хәмәтов, Рафиҡ Рәсүлев, Ғәҙел Рәхмәтуллин ал-ял белмәй баҫыуҙа эшләй, иген үҫтерә. Ә бына Байыш ауылы егете Рөстәм Әлибәков ғаиләһе менән Өфөлә йорт һалып йәшәп ятҡан еренән атай нигеҙенә ҡайтып, һарыҡ үрсетә башланы. Илмир Әхәтовтың ҡаҙ үҫтереү тәжрибәһе лә һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.


Мәктәптең бер быуатлыҡ тарихы бар



Байыш мәктәбе бер быуатлыҡ оло юбилейын билдәләне. Сарала белем усағының иң тәүге сығарылыш уҡыусыһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзиндең ҡатнашыуы үҙе бер тарихи ваҡиға булды.
Тәүҙә Байыш балалары таш мәсеттә белем ала. 1930 йылда ауылдың иң бай кешеһе Ғәббәс Минишевтең йорто мәктәп итеп үҙгәртелә. Бында күрше Күктүбә, Ҡарамалы, Ишмырҙа, Манһыр, Ямаш ауылдары балалары ла белем ала. Иң тәүге мөғәллимдәрҙең береһе Солтангәрәй хәлфә Арғынбаев була. Тәүге дипломлы уҡытыусыларҙың береһе Зәйнәп Әминева Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумын тамамлай, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән бер осорҙа уҡый.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар тарих фәненән белем биргән Фәтхиә Кәримова ла – һуғыш осоро уҡыусыларының береһе. Хаҡлы ялға сыҡҡас, йылдар дауамында туплаған тарихи мәғлүмәттәрен киңәйтеп, Байыш мәктәбе, ауылдағы хужалыҡ тураһында бер нисә йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы. Был баҫмалар – киләсәк быуын өсөн үҙе бер ҡомартҡы.
Байыш мәктәбендә Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар хирургияһы кафедраһы етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған табибы, профессор Айытбай Ғүмәров та уҡыған.
Белем усағын төрлө йылдарҙа алдынғы ҡарашлы, йүнсел дирек­торҙар етәкләне, араларында иң оҙаҡ эшләгәне Урал Тәңребирҙе улы Мәзитов булды. Шулай уҡ Гөлсирә Ҡыҙыбәкова директор, оҙаҡ йылдар уҡытыу эштәре мө­дире йөгөн тартты. Солтанхужахмәт Хәсәнов, Римма Ишбир­ҙина, Фәниә Ҡотлоғужина, Нурислам Вәлиев, Ғәбиҙә Таштимерова, Тәнзилә Хамматова, Мәҙинә Вәлиева, Фәриҙә Ҡолмөхәмәтова, Алтынбикә Әбүбәкерова, Әнисә Юлыева, Лена Йәнәлина, Рәхимйән Хәсәнов, Люция һәм Рафаэль Ыласыновтар кеүек үҙ эшен яратып башҡарған педагогтар уҡытты беҙҙе. Шул йылдарҙа хеҙмәт юлын башлаған Зифа Рәсүлева, Фәниә Шәйәхмәтова, Әминә Рәхмәтуллина һаман да педагогик эшмәкәрлеген дауам итә.
Беҙгә октябрят, пионер, комсомол сафтарында булыу бәхете тейҙе. Мәктәпкә яңы ғына эшкә килгән йәш педагог, вожатый Әнисә Юлыева был йәһәттән уҡыусылар менән йәнле эшләне. Уның һәр башланғысында әүҙем ҡат­нашырға, ярҙам итергә ынтылдыҡ. Һуңынан ул, юғары белемгә эйә булып, башҡорт теленән һабаҡ бирҙе. Әлеге ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үҙ эшен яратып башҡарған Нурия Мортазина уҡыта. Уның туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү буйынса алып барған эштәрен, эҙләнеүҙәрен, яҡшы һөҙөмтәләрен күреп, ҡыуанырға ғына ҡала.
Байыш мәктәбендә элек-электән йыр-моңға һәләтле балалар уҡый. Оҙаҡ йылдар Рафаэль Ыласынов музыка дәресен алып барҙы. Физика уҡытыусыһы Ғәбдинур Мазһаров ҡурайсылар түңәрәге ойоштороп, милли ҡоралыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Унан һуң мәктәп ансамблен оҙаҡ йылдар Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ташбулат Дәүләтшин етәкләне. Әле Ташбулат ағайҙың эшен улы Айбулат дауам итә. Вокал буйынса Сабир Ҡадир улы эште үҙенсәлекле ойошторған, ул талантлы балаларҙы күрә һәм үҫтерә белә.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта мәктәп бинаһында “Бәпембә” исемле балалар баҡсаһы (мөдире – Бүләк Таштимерова) эшләй.


Уттары балҡып тора



Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда 37 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа апай – ауылдаштарына бары тик изгелек, нур таратҡан шәхес. Факиһа апай мәҙәниәттән әле лә айырылмай. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын берләштереп, 1990 йылда “Иҫтәлек” фольклор төркөмөн ойоштора. Оло быуынға алмашҡа килгән Миңзифа, Әлфиә, Наилә, Гөлсинә апайҙар, Зифа, Тәнзилә, Рәйсә еңгәйҙәр – сәхнә йәме. Йәш күңелле апай-еңгәйҙәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрте менән ауылдаштарын рухландыра, илһамландыра.
Факиһа апай дөрләткән мәҙә­ниәт усағының йылыһын һаман да тойоп йәшәй байыштар. Клубтың әлеге директоры Гөлсиә Ибра­һимова ла үҙ эшен яратып башҡара. Былтыр ауылдың ир-егеттәре берләшеп, клубтың эсен яңыртты. Лампалар, ултырғыстар, ишектәр алмаштырылды, сәхнәне өр-яңынан эшләп ҡуйҙылар. Нисәмә йыл буяу күрмәгән стеналар яҡтырып китте. Бильярд өҫтәле алынды. Хәҙер инде күркәм, яҡты клубҡа инге генә килеп тора.
Шулай уҡ китапханасы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Сөләймәнова ауыл тормошон йәмләп, төрлө саралар уҙғара. “Килендәр һәм ҡәйнәләр” кисәһе, ир-егеттәргә бағышланған сара, “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” йыйыны бар районды шаулатты. Быйыл иһә мәшһүр йырсыбыҙ Рамаҙан Йәнбәков исемендәге йыр бәйгеһенә күрше ауылдарҙан да килделәр.


Ир-егеттәр ҡоро – ҙур таяныс



Ауылыбыҙ тарихында тағы бер иҫтәлекле ваҡиға булды: былтыр 4 ноябрҙә Байыш ир-егеттәренең ҡоро барлыҡҡа килде. Уны Илмир Әхәтов, Илдар Мостафин, Азат Хамматов, Ринат Ишбаев ойошторҙо. Хәҙер инде был ҡор – районда әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмаларының береһе. Урғаҙа ауыл советы биләмәһе башлығы Ғәли Рәхмәтуллин, урындағы ҡоролтай рәйесе Сабир Зәйнуллин, мәктәп директоры Фәнил Мортазин, ауыл мәсете имамы Йосоп Кәримов, Байыш бүлексәһенең элекке етәксеһе Иршат Хамматов – ҡорҙоң әүҙем ағзалары.
Күп эштәрҙе староста Юнир Хәсәнов ойоштора. Ауылды һәм тирә-яҡ мөхитте таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләр гөрләп уҙҙы, мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре башҡарылды, спорт кәрәк-ярағы алынып, спорт залы асылды.
Байыш ир-егеттәре яңыраҡ тағы бер эште еренә еткереп ҡуйҙы – ауыл мәсетенең ҡыйығын яңыртты. Был изге эшкә халыҡ та аҡсалата ярҙам күрһәтте.
Ауылда тормош һүнде, йәшәү­ҙең ҡыҙығы бөттө тиеүселәрҙең күңелендә тыуған еренә ҡарата һөйөүҙең, ихтирамдың юҡлығын күрәм. Бында тормош бер ҡасан да һүнгәне юҡ. Эш һөйгән, ергә ереккән халыҡ бирешмәй ул. Техника һатып алыусылар, ишле итеп мал аҫраусылар күбәйҙе. Ауылыбыҙҙа йәш ғаиләләр арта, сабыйҙар тыуа. Былар барыһы ла киләсәккә өмөт-ышаныс уята.
Читайте нас: