“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында учалылар, алтынсы йыл әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә тупланы. Ошо арауыҡта 65 проект уңышлы тормошҡа ашырылды. Улар араһында иң эреләре – ҡалала төҙөлгән саңғы-роллер трассаһы, төҙөкләндерелгән ял һәм мәҙәниәт паркы, Учалы ауылында сүп-сар өсөн ер аҫты контейнерҙары.
Программаға ярашлы, күп кенә башҡа ауылдарҙа ла социаль һәм коммуналь инфраструктура яҡшырҙы, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, байтаҡ социаль объект төҙөкләндерелде.
Былтыр райондан дүрт проект еңеүсе тип табылып, шуларҙың береһе – ҡаланың Рудник биҫтәһендәге универсаль спорт майҙансығы быйыл төҙөлөп бөттө һәм ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылды.
Рудник биҫтәһе халыҡ телендә “эшләпә” тип тә йөрөтөлә. Уның барлыҡҡа килеүе 1939 йылда баҡыр-цинк рудаларының табылыуы менән бәйле, улар иһә окисланған рудалар – “тимер эшләпә” аҫтында йәшеренгән була. Ул ваҡытта төп иғтибар алтын ятҡылыҡтарына йүнәлтелә. 1940 йылда тирә-яҡта урынлашҡан ауылдарҙың алтын йыуыусылары берләшеп, Кесе Учалы күле буйында артель төҙөй. 1941 йылда Учалы ятҡылығының перспективалы булыуы иҫәпкә алынып, “Башзолото” тресы ҡарамағында айырым Учалы руднигы булдырыла. Рудник менән бергә Кесе Учалы һәм Яңы Учалы эшселәр ҡасабалары ла үҫә. 1943 йылда Кесе Учалыға ҡала тибындағы ҡасаба статусы бирелә. Ошонан башлана ла инде ҡаланың иң оло биҫтәһенең үҫеше.
Бөгөн рудникта 4 меңдән ашыу кеше йәшәй. Урта мәктәп, ике балалар баҡсаһы, ФАП, китапхана һәм башҡа социаль учреждениелар бар. Биҫтә йылдан-йыл үҫә, күркәмләнә. Төҙөкләндереүгә, йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бирелә, юлдар, һыу үткәргестәр ремонтлана, төҙөлә. Былтыр, “Заманса ҡала мөхите” программаһына ярашлы, биҫтәнең төп урамдарында йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынған.
“Эшләпә”лә йәшәүселәр үҙҙәре лә бик әүҙем һәм егәрле – йорттары төҙөк, тирә-яҡтары таҙа. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу тәҡдимен дә бер тауыштан күтәреп ала улар.
Ошо көндәрҙә берҙәм тырышлыҡ емешен – универсаль спорт майҙансығын асыу тантанаһы уҙғарылды. Объект биҫтәнең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Бында волейбол, футбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, хәүефһеҙлек талаптары ла күҙәтелгән. Иркен спорт майҙансығы резина япма менән ҡапланған, кәртәләнгән, спорт ҡорамалдары урынлаштырылған.
– Универсаль спорт майҙансығын төҙөү көн талабы ине, сөнки биҫтәлә йәш ғаиләләр, балалар күп. Проекттың хаҡы 5 миллион һум. Шуның 2 миллион 700 меңе – ҡала ҡаҙнаһынан, берәр миллионын республика бюджеты һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты күтәрҙе, “Техноплекс”, “Уральские камни”, “Уралташ” йәмғиәттәре лә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Программа шарттарына ярашлы, проектты тормошҡа ашырыу өсөн Рудник халҡы ла өлөш индерҙе. Подрядсы бурыстарын үҙ иңдәренә йөкмәгән урындағы “Форум” йәмғиәте, башланғысҡа етди ҡарап, эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы, – ти ҡала хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов.
– Мәктәп йәшендәге кинйә улыбыҙ футбол уйнарға ярата. Быға тиклем иркенләп спорт менән шөғөлләнергә шарттар юҡ ине. Малайҙар йыйылып урам буйында туп ҡаҡты, үткән-һүткән машиналарҙан тапалып ҡуймаһындар тип борсола инек. Юлдан ситтә, ағастар, йәшеллек араһында кәртәләнеп алынған бындай спорт майҙансығы барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Ғөмүмән, биҫтәбеҙ йылдан-йыл төҙөкләнә, күркәмләнә. Беҙҙе, бигерәк тә йәш быуынды хәстәрләгән район, ҡала етәкселегенә, төҙөүселәргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти ике тиҫтә йыл Рудникта ғүмер итеүсе Гөлнара Хәсәнова.
Универсаль спорт майҙансығын асыу тантанаһына йәше лә, ҡарты ла йыйылды. Берҙәм тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреп, барыһы ла ихлас күңел асты, йыр-моң, шат ауаздар яңғырап торҙо. Бигерәк тә балалар шат ине – ике командаға бүленеп, төрлө конкурстарҙа, спорт уйындарында дәррәү ҡатнаштылар, көс һынаштылар.
– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына халыҡ өйрәнеп тә бөттө инде. Уның шарттарын да яҡшы аңлап, хәл ителергә тейеш мәсьәләләрҙе асыҡлауҙа, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Күктән көтөп ятмай, үҙ өлөшөңдө индереп, яңы объекттар булдырыу, төҙөү, уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреү халыҡты берләштерә, яңы эштәргә дәртләндерә. Тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур – үҙ ҡулың менән тыуҙырған әйбергә нисек һаҡсыл ҡарамайһың инде? Был объектты ла Рудник халҡының ҡәҙерләп, һаҡлап тотонорона шигебеҙ юҡ, – ти Ильяс Хәбибулла улы.
Әйткәндәй, быйыл Учалы районы буйынса йәнә 14 проект еңеүсе тип табылды. Шуларҙың береһе – ҡаланың Бурансы биҫтәһендә шундай уҡ универсаль спорт майҙансығы проекты. Тиҙҙән Бурансы балалары ла ныҡлап спортҡа ылығасаҡ.