Мысыр етәкселегенең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Тутанхамондың өс мең йыл элек эшләнгән башы Лондон ҡалаһында Chistie 's аукционында алты миллион долларға һатылған. Кем алғанын әйтмәйҙәр.
Әлегә тиклем ҡомартҡы шәхси ҡулдарҙа булған, уны элек ҡырҙан килгән археологтар законһыҙ рәүештә алып сыҡҡан. Мысыр сит ил эштәре министрлығы ҡомартҡыны ватанына ҡайтарыуҙы талап итә. Урланған булыуы ихтимал, тип тә әйтәләр.
Был ҡомартҡы – кварциттан эшләнгән статуяның бер өлөшө, атап әйткәндә, башы.
Тутанхамон Египетҡа беҙҙең эраға тиклем 1332 – 1323 йылдарҙа идара иткән. Уның төрбәһен 1922 йылда инглиз археологтары таба. Был асыш XX быуаттың иң ҙур археологик асышы була. Бынан һуң донъя йәмәғәтселегендә Египет менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта.