Бер саҡ улымдың класындағы ата-әсәләрҙең социаль селтәрҙәге төркөмөндәге мәғлүмәттәрҙе ҡарап ултырһам, урам буйлап китеп барған шәрә ҡатын төшөрөлгән видеояҙмаға юлыҡтым. Бер баланың атаһы һалған. Ныҡ йән көйҙө... "Һеҙ ниңә был төркөмгә ундай яҙмалар һалаһығыҙ?!" – тип тауыш ҡуптарғас, администратор ул кешене төркөмдән сығарҙы.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, ысынлап та, быйыл республикала урам буйлап шәрә йөрөгәндәр тураһында мәғлүмәт йыш осрай башланы. Етмәһә, улар йәмәғәт урындарына сыға. Шаһиттар иһә был ҡырағай күренеште мобиль телефонға төшөрөп, социаль селтәргә һалып кинәнә...
Миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, быйыл ҡыш Белорет ҡалаһында шәрә ир урам, баҙар буйлап йүгереп йөрөгән, кешеләргә ташланырға ла аптырамаған. Хатта Маугли кеүек сауҙа кәштәләре, һыуытҡыстар өҫтөнә менеп киткән.
Бер аҙҙан ошо уҡ ҡалала яланғас ҡатынды видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалдылар. Бисара ҡатын 20 градус һыуыҡта был ҡиәфәттә нимә эшләп
Шулай уҡ Салауат ҡалаһында яланғас ир Бочкарев урамындағы һаҡ аҫтындағы туҡталҡаға инеп, тимер киҫәге менән бер нисә автомобилде ҡыйратып өлгөрә.
1 Май байрамында Стәрлетамаҡта йәшәгәндәр урамда шәрә ҡатын йөрөүен күреп, шаулап алғайны. Етмәһә, ул ныҡ итеп ҡысҡырып, халыҡтың иғтибарын йәлеп итә, үтеп барған водителдәргә бәйләнә. 10 майҙа ошо уҡ ҡалала тағы ла шундай күңелһеҙ хәл күҙәтелә. Ярай, был юлы ир халыҡ араһына эске кейемдә сыҡҡан ине.
Өфөлә лә бындай күңелһеҙ хәлдәр осрап тора: 16 майҙа Революция урамында шәрә ҡатын шунда торған бер автомобилгә ултыра.
Был күренештәргә табип-психиатр Рәмзиә Ишмырҙина аңлатма бирҙе:
– Был аномаль күренеш түгел, ә йәмғиәтебеҙҙә психотроп матдәләр ҡулланған кешеләрҙең артыуы хаҡында һөйләй. Шәрә килеш халыҡ араһына сығырға оялмаған әҙәмдәр наркотик, спайс ҡулланып, төрлө илерткес үләндәр тартып алйып йөрөй. Йәғни психоз хәлендә булғанда улар нимәнәндер ҡурҡа, хәүефләнә, күҙҙәренә теләһә нимә күренә, үҙҙәре ни ҡыланғанын аңламай.