Рәсилә менән Альберт Кайчевтар Бөрөләге байрамға Өфө ҡалаһынан килгән. Үҙҙәре менән ете йәшлек улдары Леон менән биш йәшлек Әминәне лә алғандар.
– Ғаиләбеҙгә августа 11 йыл була. Бәхетле йәшәүебеҙҙең сере ябай – мөхәббәт, сабырлыҡ, аңлашыу, балалар өсөн яуаплылыҡ, – ти Рәсилә.
Уның һүҙҙәрен ире Альберт та хуплай.
– Ҡатыным аҡыллы. Кәрәк саҡта кәңәштәрен бирә, кәйефемде әллә ҡайҙан аңлап тора. Балаларҙы тәрбиәләүҙә лә ҙур өлөш уға төшә. Ҡатынымдың ҡәҙерен беләм, йылдар үтһә лә, танышҡан саҡтағылай яратам, – ти ул.
Леон менән Әминәгә байрам бик оҡшай. Күңелдәре булғансы уйнағандар, тәм-томдан ауыҙ иткәндәр.
– Бөрө – бәләкәй тыуған илебеҙ. Бында ата-әсәләребеҙ йәшәй. Ошондай матур байрам ойоштороуҙары менән ғорурланырлыҡ. Бик күңелле һәм ҡыҙыҡ, – ти улар.