Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 13:06
Дүрт йәшлек бала юғалған...
Үзбәкстанға алып киткәндәрҙер, тип хафалана әсә.
Фото: news.mail.ru
Ике аҙна самаһы элек Ҡырмыҫҡалы районында дүрт йәшлек ҡыҙыҡай юғалған. Баланың әсәһе Лия Ниғмәтуллина фекеренсә, уны атаһы – 51 йәшлек Үзбәкстан кешеһе Альберт Мамлиевтың урлауы ихтимал.
Әсә кеше белдереүенсә, ир ошоға тиклем баланың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмаған, алимент түләмәгән. Әлеге мәлдә уның 300 меңдән ашыу бурысы йыйылған.
Ҡатын балаһын Рәсәйҙән ситкә, Үзбәкстанға алып киткәндәрҙер, тип хафалана. Лия әйтеүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәре баланы эҙләүгә иғлан итмәй, сөнки законға ярашлы, атай кешенең дә балаға шундай уҡ хоҡуҡтары бар. Ә әсә йөрәге ни эшләргә тейеш икән?
Шулай уҡ ирҙең балаға бер ниндәй ҙә документтары юҡ. Тимәк, ул уны балалар баҡсаһына урынлаштыра йәки табипҡа алып бара алмаясаҡ.
Лия халыҡтан ярҙам һорай. Кем дә булһа, ҡыҙының ҡайҙалағын белһә, хәбәр көтә.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.