Кеше әйтһә, мин дә ышанмаҫ инем. Ҡап эсендә тәгәрәшеп ятҡан зәңгәр, ҡыҙыл, һары, йәшел, шоколад төҫөндәге йомортҡаларҙы күреп аптыраштыҡ. Буялған түгелме икән? Урыҫ халҡы пасхаға тип ап-аҡ йомортҡаларҙы үҙҙәре буяй ҙа баһа.
Баҡтиһәң, Ҡытайҙа үрсетелгән тауыҡтар ошондай эреле-ваҡлы, төрлө төҫтәге йомортҡалары менән ҡыуандыра икән.
Гүзәл беҙгә ошо ғәжәп йомортҡаларҙың ысын мәғәнәһендә сәләмәтлек хазинаһы булыуын һөйләп, ҡытайҙарҙың ҡошсолоҡ өлкәһендә өлгәшкән уңыштары тураһындағы ысынбарлыҡты асты.
“Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарының береһендә Нуриман районына арналған биттә ошо хаҡта уҡығыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Бәлки, һеҙҙең ихатала ла зәңгәр йомортҡа һалыусы ҡош-ҡорт күренер.