Фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй спортсыһы Анастасия Шаботова бынан ары Украина өсөн сығыш яһаясаҡ.
Спортсының һорауына ярашлы Рәсәй фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы президиумы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул иттеләр.
13 йәшлек Шаботова үҙенең инстаграмдағы сәхифәһендә, “еңеү яулау өсөн бары тик “дөрөҫ допинг” ҡулланырға ғына кәрәк, Этери Тутберидзеның уҡыусылары ярамаған препараттарҙы әүҙем ҡуллана”, тип яҙғандан һуң Рәсәйҙә билдәлелек яулай.
Бындай белдереүҙән һуң тренеры Пановаға “уҡыусығыҙ иҫәрме әллә?” тип яҙыусылар ҙа булды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡыҙҙың һөҙөмтәләре бик юғары түгел, шуға уның Рәсәй йыйылма командаһына эләгеп, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә икеле булған.