Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 15:18

Ҡаҙағстанда – Мостай Кәрим исемендәге урам!

“Мостай Кәрим Ҡаҙағстанды ныҡ яратҡан. Ул әллә күпме дуҫтары, яҙыусылар һәм шағирҙар йәшәгән Алматыға килергә яратҡан”, – ти шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.

Фото: https://goodliteratury/ru
Фото: https://goodliteratury/ru
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһындағы Ауэзов районындағы “Мамыр-1”ҙәге урам Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк.


Был ҡыуаныслы ваҡиғаның шағирҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән осорға тура килеүе лә бик һөйөнөслө.
Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар, Ҡаҙағстандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар һәм ҡала халҡы ҡатнашҡан. Башҡортостан делегацияһына шағирҙың ейәне, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов етәкселек иткән.


“Мостай Кәрим ижады башҡорт халҡының ғына түгел, тотош төрки халыҡтарының да рухи мираҫы. Бөгөнгө ваҡиға беҙҙең үҙ-ара мәҙәни, гуманитар бәйләнештәрҙең үҫешенә булышлыҡ итер тип ышанам. Мостай Кәримдең ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителәсәк һәм ошо рәүешле беҙҙең уҡыусылар ҙа танышасаҡ әҫәрҙәре күп әле”, – тигән Нурсолтан ҡалаһы хакимиәте башлығы Бахытжан Сағинтаев. Ҡаҙағстандың мәҙәниәт һәм спорт министры Актоты Раимкулова ҡаҙаҡ китапханаларында 100-ҙән ашыу китаптың һаҡланыуы хаҡында белдергән.
“Мостай Кәрим Ҡаҙағстанды ныҡ яратҡан. Ул әллә күпме дуҫтары, яҙыусылар һәм шағирҙар йәшәгән Алматыға килергә яратҡан”, – ти шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов. Академик, яҙыусы Сабит Досанов та үҙенең Башҡортостандың халыҡ шағиры менән дуҫлығы, шағир шиғриәтенең тел байлығы хаҡында һөйләгән һәм ул хатта ейәненә Мостай исемен ҡушҡан.
Тантана аҙағында Башҡорт дәүләт университеты студенты Заһит Ғүмәров Мостай Кәримдең шиғырҙарын башҡорт һәм рус телдәрендә уҡып ишеттергән.
Читайте нас: