Минең үҙемә шәхсән бер тажик ире: "Малай һатам, әле ҡатын Мәскәүҙә бала табыу йортонда. Әсәһе йәш, малай һау-сәләмәт, кәрәк булһа", – тип телефонын биргәйне.
Ул саҡта үҙебеҙҙең балабыҙ юҡ ине. Бәлки, ул ошо хаҡта берәйһенән ишетеп белгәндер.
Ошондай ғәжәп хәлдәр әленән-әле интернет селтәрҙәрендә лә күренеп тора. Мәҫәлән, Австралияның Дарвин ҡалаһында бер ғаилә улын интернет-магазинда 50 долларға һатыуға ҡуйған. "Бала яҡшы хәлдә" тип маҡтап яҙғандар, эргәһенә фотоһын да ҡуйғандар.
Интернетта кеше менән сауҙа итеү тыйыла. Бәлки шуғалырмы, бәлки шаяртҡандарҙыр – улар бер аҙҙан иғланды кире алған.