Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 15:48

Енләнеп китеп, телевизорын алып осора

Уныһы аҫтан үтеп барған ҡыҙҙың ғүмерен өҙә...

Фото: ok.ru
Аҙна башында интернетта шаҡ ҡатырғыс хәбәр таралды.


Йәнәһе лә, Санкт-Петербург ҡалаһындағы бер фатирҙа төнө буйы байрам иткәндән һуң ир менән ҡатын асыҡ тәҙрә төбөндә аулаҡлай. Күп тә үтмәй, һаҡһыҙлыҡты юғалтып, улар 9-сы ҡаттан түбәнгә оса. Алдан телевизор, аҙаҡ былар килеп төштө, тип белдерә полицияға ошо уҡ өйҙә йәшәгән ҡатын. Уның һөйләүенсә, йәнәһе лә, ҡатын башы менән асфальтҡа бәрелеп вафат була, ә ир ҡыуаҡтарға төшөп иҫән ҡала һәм тороп ҡайтып китә.


Был хәл күпкә фажиғәлерәк булып сыҡты...
Тикшереүҙәрҙән һуң шул асыҡланды: ныҡ ҡына байрам иткән бер ир енләнеп тәҙрә аша иҫке телевизорын осора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йорт эргәһенән осраҡлы үтеп барған 29 йәшлек ҡыҙҙың башына төшә. Ҡыҙ һәләк була.


Берәүҙең башҡа һыймаҫлыҡ иҫәрлеге арҡаһында йәш кешенең ғүмере өҙөлөүе ҡыҙғаныс...