Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 03:17

Ҙур эш бәләкәй аҙымдарҙан башлана

Мәскәүҙән килеп Рысыҡайҙа конкурс үткәрергә ниндәй уйҙар ынтылыш бирҙе?

“Тормошто үҙгәртергә теләйһең икән, үҙеңдән башла”, “ҙур эштәр бәләкәй аҙымдарҙан башлана”. Ошо әйтемдәрҙең мәғәнәһе хаҡында һәр саҡ уйландым.


Һөҙөмтәлә, И.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты аспиранты булараҡ, ошондай ғәмәл атҡарырға булдым: тамырҙарым һаҡланған тыуған төйәгемдә үҙемдең белемем, тәжрибәм менән уртаҡлашырға ниәт иттем. Шулай итеп, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү аша ауылдарыбыҙҙың тамырын, йолаларын, мәҙәниәтен хәстәрләүгә йүнәлтелгән проекттары, маҡсаттары булған белем биреү бюроһы булдырҙым.


Халыҡ араһында ойошторолған саралар конкурс рәүешендә үтергә тейеш, тип күҙалланым. Ни өсөн тигәндә, минеңсә, ярыштарҙа кеше яҡшыраҡ булып китә, донъяны яңыса ҡабул итә, унда йәшәү мәғәнәһе барлыҡҡа килә, ижади мөмкинлектәре киңәйә. Бәләкәй сағымда Инйәр ҡасабаһында йәшәгәнебеҙҙә тап конкурстар күңелемдә уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра торғайны, нәҡ улар фәнгә ынтылдырҙы.


Бюроның беренсе сараһын әсәйемдең тыуған ерендә, өләсәйем менән олатайым Ишбикә һәм Исмәғил Ғәлимйәновтар ғүмер кисергән изге төйәктә – Белорет районының Рысыҡай ауылында үтте. Бының өсөн һөйөнөсөмдөң сиге юҡ!


Ауыл халҡы өсөн беҙ һүрәт, поэзия, проза конкурстары үткәрҙек. Бәләкәйҙәргә һәм өлкәндәргә “Минең тыуған ауылым” тигән темаға һүрәт төшөрөү, хикәйә йә шиғыр яҙыу тәҡдим ителде. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында һөҙөмтәләр иғлан ителде.


Һәр яҡташыбыҙ үҙ тыуған ерен хәстәрләһә, ситкә киткәндә лә онотмаһа, ҡәҙерләһә, бәләкәй Ватанын ниндәйҙер мөмкинлектәр табып үҫтерергә тырышһа, һис шикһеҙ, республикабыҙ сәскә атасаҡ. Әлеге эште тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҡәҙерле әсәйемә, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология институты директоры, тарих фәндәре докторы, МДУ-ның этнология кафедраһы мөдире Дмитрия Анатольевич Функка, Виталий Скоркинға ҙур рәхмәт!
Читайте нас: