Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 19:56

25 миллион һум ысынлап та юҡ!

Маратҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Кисәге “Пусть говорят” тапшырыуында Марат Хәйруллин, 25 миллион һум аҡса юҡ, ул тотонолоп, дөрөҫөрәге отолоп бөттө тигәс, халыҡтың күпселек өлөшө быға ышанманы. Имеш, улар аҡсаны ҡайҙалыр йәшергән дә, ултырып сыҡҡас “бай һәм бәхетле” итеп йәшәүҙәрен дауам итәсәк.
Уйлап ҡараһаң, был ысынлап та башҡа һыймаҫлыҡ бит. Нисек инде йыл ярым буйына урланған аҡса тураһында банк белмәй? Луиза ла миллион артынан миллион отторған иренә ни эшләп сираттағыһын тотторған һуң?
Бөгөн иһә Мараттың һүҙҙәренең дөрөҫлөгө асыҡланды. Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итеүенсә, ул, ысынлап та, аҡсаны тотоноп бөткән. Тәфтишселәр фекеренсә, ир даими рәүештә ҡатынының эшенә килеп, аҡса алып киткән. Был иҫәптә сит ил валютаһы ла булған.
– Артабан ул был аҡсаны шәхси иҫәбенә күсергән һәм спорт ярыштарына ставкалар яһап, тотонған, – ти Ирина Волк.
Һөҙөмтәлә әле Марат ҡулға алынған. Уға ҡарата Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 4-се бүлеге буйынса эш ҡуҙғатылған (“Ҙур суммалы урлашыу”).
Был тарихтың бөтөнләй йәме китте, былай булғас…
Читайте нас: