Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 17:58

30 миллион һумды нисек ҡайтарыр?

Законһыҙ сығарылған ҡырсынташ күләме 94 мең кубометрҙан ашҡан...

Фото: time56.ru
Фото: time56.ru
Стәрлетамаҡ районы прокуратураһы 55 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асҡан. Ир айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтиш фаразы буйынса, ир ҡыҙының фермер хужалығы һәм "Экострой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте исеменән 2016 йылдың мартынан 2017 йылдың майына тиклем Стәрлетамаҡ, Ғафури райондарында дүрт ер участкаһын милеккә һәм ҡуртымға алып, ошо майҙандарҙа ҡомло ҡырсынташ сығарыуҙы ойошторған.
Был эшмәкәрлеген ул лицензияһыҙ һәм документтарһыҙ алып барған. Сығарылған ҡырсыншты келәткә ташып, үҙенең һәм улының "Мега-Строй", "Мега-Бетон" фирмалары аша һатҡан. Законһыҙ рәүештә алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә уларҙың алған килеме 12,5 миллион һум тәшкил иткән тип баһаланыла.
Эксперттар әйтеүенсә, законһыҙ сығарылған ҡырсынташ күләме 94 мең кубометрҙан ашҡан, һөҙөмтәлә дәүләткә 30 миллион һум күләмендә зыян килтерелгән.
Читайте нас: