Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 16:32

95 йәш тип тормай, тренажерға атланған!

Өҫтәүенә гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый икән.

Фото: imag.one
Фото: imag.one
Теләк, маҡсат ҡына булһын, бар уй-хыялды тормошҡа ашырырға мөмкин. Ә бының өсөн йәш сик түгел. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 95 йәшлек әбей тағы бер тапҡыр раҫлаған.
Спорт майҙансыҡтарында, ғәҙәттә, йәштәрҙе күрергә мөмкин. Ә бына Стәрлетамаҡтағы Хоҙайбирҙин урамында оло кешенең кинәнеп спорт менән шөғөлләнеүенә хайран ҡалғандар.
Баҡтиһәң, ҡатын был тренажерҙарға аҙнаһына бер тапҡыр түгел, ә көн аша йөрөй икән! Шулай итеп, тырыш, дәртле, тормош яратҡан Фатима инәй – әллә күпме йәштәргә өлгө.
Өҫтәүенә ул гәзит-журналдарҙы ла күҙлекһеҙ уҡый икән.
Читайте нас: