Көндәр бер аҙ һалҡыныраҡ торғанда, һыуҙа батып үлгәндәр һаны кәмегәйне. Саҡ ҡына йылытып та өлгөрмәне, фажиғәләр йәнә арта башланы.
Сираттағыһы кисә Миәкә районында булды.
37 йәшлек ир райондың Баязит ауылы янындағы Сарбай күленә сума һәм кире сыҡмай. Был хәлде күреп торғандар ҡотҡарыусыларҙы ла саҡырып ҡарай, тик бик һуң була. Кеше һыуға батҡас, минут ҡына түгел секундтар ҙа хәл иткес роль уйнай шул...