Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 16:03
Смартфонығыҙҙы мендәр аҫтына һалмағыҙ!
Кире осраҡта...
Фото: yandex.ru
Юҡ, был һис тә ҡурҡытыу түгел, ундай осраҡтар тураһында әленән-әле ишетеп торабыҙ бит. Был осраҡта уның аккумуляторы шартлау ихтималлығы бар. Ни өсөн шулай һәм быны нисек булдырмаҫҡа?
Сәбәбе: смартфондың артыҡ йылыныуы, заводта уҡ брак итеп эшләнеүе, артыҡ иҫкереүе. “Роскачество” агентлығының Һанлы экспертиза үҙәгендә белдереүҙәренсә, насар сифатлы батарея ҡуйылған девайс һатып алыуҙан берәү ҙә ҡурсалана алмай, ә бына шартлауын һәм янып китеүен булдырмаҫҡа мөмкин.
Бөтә девайстарҙың да энергия тупланмаһы оҡшаш: литий-ион аккумуляторы. Температура ҡырҡа үҙгәргәндә аккумуляторҙың газ бүлеп сығара башлауы, артабан “ҡабарыуы” ихтимал. Ә ҡайҙалыр бәрелгәндә уның шартлау хәүефе лә бар. Бының өсөн смартфонығыҙҙы ҡояш аҫтында тоторға, мендәр аҫтына һалырға ярамай, был уны йылытасаҡ.
Унан тыш, зарядкалау ҡулайламаһы йәки блогы ла фирма тамғаһы менән булырға тейеш.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.