Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 13:48

Ҡыҙ баланы ярты миллион һумға һатҡандар

Уның менән социаль селтәр аша танышып, төрлө юлдар менән ышандырып...

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Үҫмер ҡыҙ баланы 500 мең һумға һатырға маташҡан ир шәрәмәте ҡулға алынған. Рәсәй Тәфтиш комитетының Мәскәү ҡалаһындағы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы ошо хаҡта журналистарға хәбәр иткән.
Эңер төшкәс, баш ҡаланың көнсығыш өлөшөндәге кафела бер әҙәм аҡтығы бәлиғ булмаған 2003 йылғы үҫмерҙе ярты миллион һумға һатҡан.
Был сауҙа килешеүе оперативниктарҙың йәшерен күҙәтеүе аҫтында алып барылған. Һуңынан асыҡланыуынса, Енәйәтсе ошо ҡыҙыҡай менән социаль селтәр аша танышҡан, төрлө юлдар менән ышандырып, алдап, ҡыҙҙы Рәсәйҙең бер төбәгенән Мәскәүгә алып килгән.
Тәфтишселәрҙең талабына ярашлы, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир һаҡ аҫтына алынған. РИА Новости ошо хаҡта хәбәр итте.
Читайте нас: