Үҙ фатирына сит кешеләрҙе ялған юл менән теркәгән хужаларға ҡарата яза төрө ғәмәлгә индереләсәк.
“Резина фатир” хужалары, буш ваҡытында файҙалы эш күрһәтеп, йәмғиәт алдындағы ғәйебен бер аҙ шымарта ала. Рәсәй Дәүләт Думаһына ошондай закон проекты тикшереүгә тапшырылған.
“Фатирға пропискаға индереү”, “Йортта сит кешене теркәү” тигән һүҙҙәрҙең мөғжизәле һөҙөмтәгә эйә булыуын бөгөн аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Паспортына штамп ҡуйҙырыу өсөн кешеләр мул аҡса түләргә лә риза бөгөн. Һорау булғас, тәҡдимдәр ҙә табылып тора. Ҡунаҡсыл әҙәмдәр хатта мунсаларына ла пропискаға индерергә әҙер тора – аҡсаң ғына булһын.
Һис тә арттырыу түгел был. Түбәнге Тагилда күптән түгел полиция 56 йәшлек берәүҙе ҡулға алған. Ул ҡала ситендәге мунсаһына 3,5 меңдән ашыу кешене теркәгән.
Был хужаның “Комфорт” тип аталған ике ҡатлы бинаһында рәсми рәүештә автосервис, стоматология поликлиникаһы һәм сауна урынлашҡан. Ҡайын миндектәре тәҡдим ителгән шәп мунсаһы ла бар икән. Әммә сит ил эшселәре бында миндек менән сабынғанмы-юҡмы – уныһы билдәһеҙ, ә прописканы уларға бик тиҙ эшләп биргәндәр.
Полицияның фаразы буйынса, “йүнсел” хужа яңғыҙы ғына эш итмәгән. Законһыҙ миграция ғәмәлдәре өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 322.1-се статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.