Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 22:56

Сибай малайы Нургиздең хәле нисек?

Баланы бәрҙереп киткән ғәйепле шофер аҡса түләргә әҙер.

Фото: Bash.News
Фото: Bash.News
Һигеҙ йәшлек Сибай малайы Нургиздең хәле ауыр булыуы хаҡында яҙғайныҡ. Белеүегеҙсә, велосипеды менән сығып барғанда, уны автоцистерналы “Зил” машинаһы бәрҙереп киткәйне.


Видеоһын ҡарап ҡына ла, малайҙың иҫән ҡалырына өмөт юҡ һымаҡ ине. Ауыр хәлдәге бала тәүҙә Сибай дауаханаһында ятһа, һуңынан уны Өфөгә алып килделәр.


Табиптар Нуригиздең хәле һәйбәтләнеүен белдерә. Малай аңына килгән һәм дөйөм палатаға күсерелгән. Бәләгә тарыған баланың әсәһе табиптарға сикһеҙ рәхмәтле.


Ә 49 йәшлек шоферҙың машина менән идара итеүгә танытмаһы тартып алынған булған, рулгә эсеп ултырған. Ғәйепле ир бала тиҙерәк аяҡҡа баҫһын өсөн аҡса бирергә әҙер.

Тиҙерәк һауыҡ, Нургиз!

Читайте нас: