Шишмәгә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров урындағы Хажи Хөсәйенбәк исемендәге мәсеттә һәм Успенский сиркәүендә булды.
Райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт һөйләүенсә, иман йорто 2014 йылда төҙөлгән, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына ҡарай. Бында ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым залдар бар. Теләгән һәр кем өсөн йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Мәсет ҡарамағында мохтаждарға ярҙам үҙәге ойошторолған.
Төбәк етәксеһе Өфө митрополияһы Салауат епархияһының Успенский сиркәүендә булды. Ғибәҙәтхана мәсеттән алыҫ түгел урынлашҡан. Ул элекке ағас сиркәүҙең урынында төҙөлгән.
“Бына ошондайыраҡ шәмбе килеп сыҡты... Донъяуи эштәрҙән бер аҙ күңел һәм йөрәк тураһында уйҙарға тартты... Шишмәлә мәсет менән сиркәү бөтөнләй яҡын урынлашҡан, юл аша ғына. Икеһе лә таҙа, ҡараулы. Әммә иң мөһиме – уларҙа ысын православие батюшкаһы һәм имам-мөхтәсиб. Ошолай беҙ артабан да тыныслыҡта, бер-беребеҙ менән килешеп йәшәйәсәкбеҙ.
Район тәртип, иҡтисади мөмкинлектәре һәм үҫешкә ынтылышы менән һоҡландырҙы. Проблемалар ҙа бар. Уларҙы яйға һаласаҡбыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы аҙаҡ Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.