Ҡаш яһау модаһы сәскә ата. Килешәме ул, килешмәйме – ҡайһы берәүҙәр ҡаш-керпек буятыуҙы сүпкә лә һанамай.
Матур булырға теләгән бер ҡыҙ йылы яҡҡа ял итергә китер алдынан косметологҡа барып, ҡаштарын төҙәтмәксе итә. Әммә көткәне урынына башына бәлә генә ала. Ике көн тигәндә йөҙө ҡот осҡос шешенгән ҡатынды ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар.
Өфө ҡыҙының әйтеүенә ҡарағанда, өйҙә эшләргә ғәҙәтләнгән косметолог уколдар ҙа яһап ҡарай, дарыуҙар ҙа бирә. Иртәгәһенә күҙҙәре бер ни тиклем асылһа ла, ҡаш-керпектәре ҡойола башлай.
Сәбәбе организмдың аллергия үҙенсәлегендә булған. “Ярай әле эш күҙ-бит шешенеү менән генә бөткән. Кешенең һәләк булыуы ла бар ине бит...” – ти табиптар.
Бәлки, клиенттарҙы өйҙә ҡабул итергә ғәҙәтләнгән оҫталарҙы урап үтергә кәрәктер.