Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2019, 00:21

Бер туғандар ғәйеп булған

3 июлдә өйҙән сығып киткәндәр һәм ҡайтмағандар...

Фото: Bash.News
Өфөлә бер туғандар юғалған. 11 йәшлек Данил менән 12 йәшлек Динар Ғилмановтар 3 июлдә өйҙән сығып киткән һәм ҡайтмаған.
Өлкәненең буйы 150 сантиметр, һары сәсле, йәшел күҙле. Өҫтөнә зәңгәр джинсы, футболка кейгән, аяғында – ошондай уҡ төҫтәге кроссовка.
Динарҙың буйы 160 сантиметр, һары сәсле, йәшел күҙле. Зәңгәр джинсы, һоро кофта, ҡара футболка һәм ҡара-зәңгәр кроссовка кейгән.
Малайҙарҙы күреүселәр йәки улар хаҡында ишетеүселәр булһа, 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефондарына хәбәр итеү һорала.